Унан әрмегә юллана, контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Ошонда үҙенең буласаҡ ҡатыны менән танышып, 2009 йылда өйләнешәләр. Ҡатынының ике улын да үҙенеке һымаҡ итеп тәрбиәләй, хәрбиҙәрсә ҡатынҡы итеп үҫтерешә ул.
“Ҡайны-ҡәйнәмә рәхмәт – ысын ир-ат, лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар алдында баш эйәм!” - ти Бөрйән килене.
Тормоштарына йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуа. Яҡташ ир-уҙаман да, өлкән улдары ла Алексеев исемендәге Нижегородка политехник университетын тамамлай, икенсе улдары ла ошо вузда ситтән тороп уҡый. Бишенсе класта уҡыусы ҡыҙҙары балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, волейболға мөкиббән.
Ҡатыны һалым хеҙмәтендә эшләй, хәҙер финанс өлкәһендә юридик бүлек начальнигы.
Яҡташыбыҙҙың - өлкән лейтенанттың шәхси архивында үҙе хеҙмәт иткән часть командованиеһының бихисап рәхмәт хаттары һаҡлана, яугирҙың түшен ике миҙал биҙәй. Үгәй аталары юлынан киткән уландары (икеһенең дә позывнойҙары – “Саях”) – хәрби инженерҙар. Өлкәненә, хәрби миналау инструкторына, өлкә губернаторының Рәхмәт хаты тапшырылған, Жуков орденына, “Мариуполде алған өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. Кесеһенә лә (сержантҡа) гарнизондың Рәхмәт хаты тапшырылған.
Ҡатыны “Халыҡ фронты”нда ҡатнаша – селтәрҙәр үрәләр, яугирҙарға төрлөсә ярҙам итәләр.
-Ирем оҙайлы командировкаға юлланһа, ҡыҙым: “Әсәй, борсолма, бөтәһе лә яҡшы булыр, атайым һәр саҡ беҙҙең менән, уның янда икәнен һәр ваҡытта ла тоям. Ул беҙҙе ярата, атайымдар ҙа, ағайымдар ҙа МХО-нан имен-аман әйләнеп ҡайтырҙар”, тип әйтә, - ти әсәй кеше.
“Яҡташтарыма, ауылдаштарға күп сәләм, үҙем уҡып киткән 132-се һөнәрселек училищеһына ла!”-ти “Саях”. Ҡатыны Өфөләге дуҫтарына сәләм күндерә – ирем, уландар оҙайлы командировкала саҡта гел хәлде белешеп торалар, рухи яҡтан күтәрмәләйҙәр, иремдең элекке командирҙары, бергә хеҙмәт иткән егеттәре лә хәл-әхеүәлде белешеп тора, ти.
Бер ғаиләнән сыҡҡан өс яугирға ла һәр саҡ уңыш юлдаш булһын!