Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
7 Апрель 2023, 10:00

Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...

Яҙғыһын, апрелдә, Ағиҙел боҙо уйылып, фажиғәле һәләк булған 17 йәшлек кенә Бөрйән ҡыҙы Ләйсән Баязитова хаҡындағы был яҙма берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын... “...Халыҡ көн һайын боҙ уйып, кемдер лом, балта, трактор менән дә эҙләнеләр. Яр ситендә яңғыҙ ғына аҡҡош өс көн уралып йөрөнө лә китеп барҙы... Мин шул ваҡытта беренсе тапҡыр күрҙем аҡҡошто. Апайымды боҙ киткәс, бер аҙнанан һуң ғына таптылар...”

Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...
Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...

Беҙ биш бала үҫтек - биш йоҙроҡ: ике апайым, мин, ике ҡустым. Ләйсән апайым минән өс йәшкә генә оло ине, ә өлкән апайым алты йәшкә, ул мине гел бәләкәсем тип йөрөттө, уйнарға ла алмай торғайны, мине бикләп ҡасып китәләр ине. Үҫә килә, Ләйсән апайым минең менән күберәк уйнай, бергә эшләй, әҙерәк шунда серләшә торғайныҡ. Атай беҙҙең ныҡ ҡаты булды. Уны йыш ҡына төрлө ауылдарға мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр ине, шуға беҙ уның артынан күсенеп тик йөрөнөк. Шулай күсенә торғас, Нәби ауылында йәшәй башланыҡ. Ул ауылда 8 класҡа тиклем генә. Мин 7-се класта, ҡустылар береһе 4 - тә бәләкәйе 2-лә уҡып йөрөгән булабыҙ. Өлкән апайым Өфөлә, ә Ләйсән апайым Байназар ауылында 10-сы класта. Ул ваҡытта күрше ауылдарҙан йөрөп, йә интернетта ятып уҡыйҙар ине. 10 сы класс - экзамендарға әҙерлек мәле , ҡайтып йөрөргә алыҫ, ике Ағиҙел аша үтергә кәрәк. Ҡышҡыһын боҙ аша туранан яҡын да ул, ә, яҙғы-көҙгө мәлдәрҙә урап тау, яр буйлап йөрөйҙәр ине.

Яҙҙар етте, алдаҡсы көндәр, йә буран йә ҡарлы ямғыр... 1985 йыл. 5 апрель... Көн боҙолоп, буранлап тора. Шундай насар көндә ниңә генә ҡайтырға булғандыр инде апайым. Өйҙә мин генә инем, атай-әсәй эштә, малайҙар ҡайҙалыр, белмәйем. Эй, апайым ҡайтҡас ҡыуанғайным. “Әҙерәк кенә ятып торайым әле", - тип биш минут та үтмәне, минең: “Атай ҡайтып килә" - тип әйтеүемә һикереп торҙо (атайҙан беҙ гел ҡурҡа торғайныҡ). Ҡайтты ла ниндәйҙер мамыҡ түбәтәйен эҙләтеп ҡаңғыра башланы. Апайыма ла әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөттө. Булмаған түбәтәйҙе тәки таба алманыҡ. Атай ендәнеп кире сығып китте. Ләйсән апайымдың шундай хәлдән һуң кәйефе төшөп: “Мин бында ҡала алмайым кире Байназарға барам, ярай, һау булып тор, һеңлем", - тип сығып китеүе мәңгелеккә булырын кем белгән...

 Юл ыңғайы әсәйҙең эшенә инеп сыҡҡан (әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе ине ул ваҡытта). Яҙғыһын боҙ өҫтөн ҡаплап гел шәре сыға, ҡышҡыһын һалынған һуҡмаҡ өҫтәрәк, ә аҫтараҡ - мәке. Ул шаршы тирәһе булғас, әллә ней туңып та бармай. Апайым уйланып барып, шул һуҡмаҡ менән мәке юлын яңылышып, уйымға төшөп кенә юҡҡа сыға.

Халыҡ көн һайын боҙ уйып, кемдер лом, балта, трактор менән дә эҙләнеләр.

Яр ситендә яңғыҙ ғына аҡҡош өс көн уралып йөрөнө лә китеп барҙы... Мин шул ваҡытта беренсе тапҡыр күрҙем аҡҡошто. Апайымды боҙ киткәс, бер аҙнанан һуң ғына таптылар. Быйыл Ләйсән апайыма 55 йәш тулған булыр ине. Апайым мәрхүмә булғандан һуң Зәки ағай Сөләймәнов шиғыр яҙған ине Бына ул шиғыр:
Ләйсән
Яҙҙар килә ергә. Яҙҙар менән
Тәбиғәткә килә яңырыу.
Күк үләндәр күкрәп ҡалҡыр әле,
Яуып үткәс ләйсән ямғыры.
Ҡар һыуҙары тау биттәрен йыуғас
Йүгерешә Иҙел ярына
Боҙ ҡоршауын ярып сығыр өсөн
Ярҙам көтөп Иҙел ҡағына.
Хәлһеҙләнә бара боҙ ҡатламы
Унан-бынан бөткән тишелеп.
Онтмайыҡ әле яҙҙар еткәс
Ярҙай боҙҙар төшә ишелеп.
Хәүефтәрән һаҡлау үҙ - үҙеңде
Ғәйеп түгел фарыз һәр кемгә.
Һаҡһыҙлыҡты Иҙел ғәфү итмәй
Бәхетһеҙлек килмәй һәр көндә
Килә көтөлмәгән бер мәлдә.
Ҡараңғыла түгел, көпә-көндөҙ
Әллә ҡайҙа түгел, ыҙмала.
Һәләкәтте нисек һиҙмәгәндер
Ыласын кеүек уяу ҡыҙ бала.
Аяҡ аҫтындағы боҙ ватылып
Ағын һыуға төшөп юғала.
Ҡулына ул сумка тотҡан була,
Шик тыуҙырып боҙҙа шул ҡала.
Ҡысҡырғандыр, бәлки, ярҙам һорап,
Берәү булмай яҡын арала.
Аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ
Аптырарлыҡ хәбәр тарала.
Ата-әсәһе өсөн генә түгел,
Ауыл өсөн ҡайғы ярала.
Ашыҡҡандыр, шуға онотҡандыр
Һаҡланыуҙы, дуҫтар көтә тип.
Кем һуң йөрәкһемәй йөрөгән саҡта
Бына-бына унды бөтәм, тип.
Ата-әсәһе уға биргәндәрҙер
Яратҡанға Ләйсән исемен.
Ләйсән ямғырындай, кешеләрҙе
Ҡыуандырып йәшәр кеше ине.
Ҡайҙа ҡыҙыу эш, сәмле ярыш,
Шунда ине Ләйсән ут һымаҡ.
Иптәштәрен әйҙәп алға тартты
Уңыш килтереүсе ҡот һымаҡ,
Бесән өҫтө. Беларуста йөрөй
Аҡ күлдәкле берәү гел генә.
Танып ҡалдым-Ләйсән үтеп бара
Аҡ яулығы елдә елберҙәп.
Утын яра берәү, ҡулдарында
Балта уйнатып етеҙ ҡуҙғала.
Кем икән был, тилбер егет тиһәм
Ләйсән икән Ләйсән - ҡыҙ бала.
Шахмат ярышында мөмкин булған
Бөтә очколарҙы йыйыусы
Кем ул? - тиһәм, - Беҙҙең Ләйсән - тиҙәр, - Ул ҡатнашҡас һүҙ юҡ-еңеүсе!
Киләсәккә уның хыялдары
Мин белмәйем ниндәй булғандыр.
Кем булһа ла, ҡайҙа булһа ла ул
Кеше булыр ине, уңған ҡыҙ.
Көлөмһөрәп кенә Сәләм биреп
Нурҙар бөркөп Ләйсән үткәндә,
Күңелгә бер йылы керә ине
Ләйсән ямғыр яуып үткәндәй.
Күкрәп үткән Ләйсән ямғыр һымаҡ
Күкрәп үтте ҡыҫҡа ғүмерең.
Ата-әсә урынында булһаң
Ҡайғыларға нисек түҙерһең,
Юғалтыуға нисек күнерһең.
Гөл-сәскәләй сағыу биҙәк инең.
Ҡайҙа булдың әле, Ләйсән, һин?
Күҙ менән ҡаш араһында ғына
Аҡҡошҡамы әллә әйләндең?
Көн һалҡынса, бер аҙ иртә әле,
Яуыр өсөн Ләйсән ямғыры.
Боҙ өҫтөнән аҡҡан һыу ситендә
Яңғыҙ аҡҡош йөрөй ҡаңғырып.
Моңһоуланған кеүек башын эйгән,
Әллә инде түгә күҙ йәшен.
Ниндәй яҙмыш менән килдең бында?
Ниңә яңғыҙ? Ҡайҙа иптәшең?
Төшкәне юҡ аҡҡош был тирәгә
Оя ҡормай яҡын ерҙәрҙә
Ә был осоп китә, кире килә
Ниҙер тота уны ебәрмәй.
Яр буйында тулып халыҡ йөрөй,
Ир егеттәр йөрөй боҙ уйып.
Ҡырға китмәй, һаман ураңғылай
Яңғыҙ аҡҡош йөрөй бойоғоп.
Бер хикмәте барҙыр йөрөүендә
Бер килеп тә, тағы бер китеп.
Әйтер һымаҡ: боҙ аҫтында түгел,
Ләйсәнегеҙ бына мин бит - тип.
Төн уртаһы еткәс, үҙәк өҙгөс
Тауыш яңғырай! Бары әсәнең Тауышылыр, Ләйсән! Ләйсән! - тигән
Ҡайҙа һуң һин балам Ләйсәнем!!!
Яуап юҡ шул. Яңғыҙ аҡҡош ҡына
Яҡынлашҡан һымаҡ була ла,
Өнһөҙ генә кире алыҫлаша
Әллә ҡайһы яҡҡа юл ала,
Төн ҡараһы йотоп юғала.
Эй ҡыҙ бала! Аҡҡош булһамсы! - тип
Теләнеңме әллә берәй мәл?
Ҡоштарҙың да була үҙ ҡайғыһы,
Әйлән дә ҡуй кире ҡыҙ балаға!
Әйлән дә ҡуй табып бер әмәл!
Ҡыҫҡа ғүмереңде оҙайтырға
Теләгәндән тыуҙы был шиғыр.
Дуҫтарыңдың күңеленән, бәлки,
Һинең хаҡта, Ләйсән, йыр сығыр.
( З. Сөләймәнов Нәби ауылы)

Хәҙер инде 38 йыл үтеп тә киткән.
Атай-әсәй ҙә гүр эйәләре. Йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрендә булһын ҡәҙерлеләремдең.

Класташы Айһылыу Ғарифуллина ла Ләйсән апайыма арнап “Ҡәберлектә аҡ ҡайындар ғына” тигән шиғыр яҙған булған:
Ҡәберлектә аҡ ҡайындар
ғына


Апрель башы ине. Күктән ҡояш
Сәсә ине нурҙар шәлкемен
Үткән яҙҙы иҫкә төшөрөргә
Тейеш түгелмендер, бәлки, мин.
Яҙҙар килә тағы тәбиғәткә
Хәтфә үлән сыҡһа ҡабарып,
Еркәйемдең ҡап тамыры төҫлө,
Йырғанаҡтар аҡһа юл ярып ;
Күңелемде һағыш уты баҫа,
Ҡайғы өтә минең йөрәкте :
О, үткән яҙ, беҙгә шатлыҡ түгел
Бары ҡайғы ғына өләште.
Юҡ кипмәгән әле күҙ йәштәре,
Уңалмаған хәтәр йәрәхәт.
Әсә сәстәренә ҡырау төшкән,
Онотолмай ауыр һәләкәт.
Уян, Ләйсән, ваҡ ынйыһын һибеп,
Ләйсән ямғыр яуа тып-та-тып,
Ямғыр ғына түгел был дуҫтарым,
Күҙ йәштәрен булмай туҡтатып.
Аҡ бүреген һалыр Ҡырыуҙы ла,
Яҙ килеүгә ихлас һөйөнөп.
Ҡәберлектә аҡ ҡайындар ғына,
Баҫып торор инде көрһөнөп.
(А. Ғәрифуллина, 19 йәш).

Ләйсән апайым хаҡында иҫтәлекте күңелебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ...

Нәркәс Баязитова.

Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...
Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...
Йәне аҡҡош булып осто апайымдың...
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: