Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Апрель 2023, 18:20

60 йыл бергә

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Биргәновтар гәүһәр туйҙарын билдәләне.

60 йыл бергә
60 йыл бергә

Фурият һәм Фәниә Биргәновтар райондың татыу, өлгөлө, матур ғаиләләренең береһе.

30 мартта уларҙың законлы никахҡа инеүҙәренә 60 йыл тулды.

Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Эске эштәр органдарында тәфтишсе, начальник урынбаҫары, начальник вазифаларын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Фәниә Нәсибулла ҡыҙы кассир, бухгалтер булып эшләгән. Намыҫлы, тырыш хеҙмәт юлын үткән ихтирамлы кешеләр улар.

85 йәшенә аяҡ баҫҡан Фурият Ибраһим улының матур бер шөғөлө бар – ул велосипедта йөрөргә ярата. Ике тәгәрмәсле дуҫының да ғүмере оҙон – 40 йыл элекке совет велосипеды.

Биргәновтар 3 улға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарғандар.

Улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре һөйөүенә төрөнөп бәхетле ғүмер кисерә улар.

Артабан да бәхетле, оҙон ғүмер насип булһын уларға!

60 йыл бергә
60 йыл бергә
60 йыл бергә
60 йыл бергә
60 йыл бергә
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: