Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
3 Апрель 2023, 14:20

Биш килендәш – биш серҙәш

Ағай-эне татыу булһа, мал күп булыр, апһын-ара татыу булһа, аш күп булыр, тиҙәр. Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Йомағужиндар хаҡында ғына әйтелгәнме ней был мәҡәл. Ана, фотолағы апһын-килендәштәрҙе лә бер туғандар тип торорһоң – бер-береһенә терәк, таяныс, әхирәт, серҙәш булып йәшәй торғас, хатта бер-береһенә оҡшап киткәндәр. Үҙҙәре менән таныштырып, араларындағы ҡәләм оҫтаһы Флүрә Йомағужина-Маликова шәп шиғыр ҙа яҙып ҡуйған!

Биш килендәш – биш серҙәш
Биш килендәш – биш серҙәш

-Беҙ - килендәштәр,бер туғандарҙың хәләл ефеттәре.Зәйнәп еңгәй - Яңы Монасип ауылы ҡыҙы, инде Шүлгәндә таштай батып йәшәгәненә 45 йыл,
мин дә хәтһеҙ генә 37 йыл ошо ауылды үҙ итеп,донъя көтәм,тыуған ауылым Байназар ҙа миңә шул тиклем ҡәҙерле,
Наилә - Белорет ҡалаһы ҡыҙы, уның килгәненә лә 30 йылдан ашты,
Гөлсиә - Мәҡсүт ауылынан,бәләкәй килен, көҙгә уның да килеүенә 30 йыл тула.
Шәһиҙә киленебеҙ генә ваҡытһыҙ донъяларҙы ҡалдырҙы,онотмайбыҙ...
Вәлимә киленде дә,Әбйәлил ҡыҙын йылы ҡабул итеп,үҙебеҙҙең арбаға ултыртып алдыҡ.
Аллаға шөкөр,йәм ебәрешеп йөрөгәнебеҙ юҡ: эш тә, аш та бергә,балалар ҙа туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлап йәшәй.
Артабан да араларҙа дуҫлыҡ, татыулыҡ,
бер - беребеҙгә хөрмәт йәшәһен, тип теләйем!

КИЛЕНДӘШТӘРГӘ

Бер Әсәнең ғәзиз улдарына
Тормош юлдаштары булғанбыҙ.
- Бына тигән ергә төштөк бит, - тип,
Әйтербеҙ беҙ бер саҡ, - уңғанбыҙ.

Таныш түгел ауыл,барыһы ят,
Ят тупһаны аша атланыҡ.
Әллә нисек һымаҡ килендәштәр -
Уртаҡ һүҙҙе башта тапманыҡ.

Бер йоҙроҡҡа йыйҙы зирәк ҡәйнә,
Барыбыҙҙы бергә тупланы.
Ҡаршы торор дәлилдәр юҡ ине,
Ҡаршылашыр һүҙҙәр тапманыҡ.

Йылдар уҙҙы.Улдар,ҡыҙҙар үҫте,
Тәгәрәшеп иркен өйҙәрҙә.
Рухтар,күңел яйлап яҡынайҙы,
Саҡырыштыҡ ҡунаҡ - сәйҙәргә.

Беҙ ҙә олоғайҙыҡ, килендәштәр,
Маҡсаттар - бер, уртаҡ уйҙар ҙа;
Яҡын туған беҙҙең балалар ҙа,
Бергә үтә бар эш, туйҙар ҙа.

Һис ят тупраҡ түгел төшкән ерҙәр,
Баҙыҡланды беҙҙең эҙебеҙ,
Ирҙәребеҙ бер туғандар булһа,
Бер туғандай хәҙер үҙебеҙ.

Флүрә Йомағужина (Маликова).

 

Автор:
Читайте нас: