Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
20 Март 2023, 10:30

“Егерме йыл беләм ҡәйнәмде...”

Байназар ауылында йәшәүсе Нәсимә Салауатованың ҡәйнәһе хаҡындағы яҙмаһы ихлас күңелдән булыуы менән дә, тормошта үтә ҙур роль уйнаған төшөнсәләр хаҡында ябай ғына итеп яҙылыуы менән дә арбай...

“Егерме йыл беләм ҡәйнәмде...”
“Егерме йыл беләм ҡәйнәмде...”

-Егерме йыл беләм ҡәйнәмде. Ошо арауыҡтың 3 йылын бергә йәшәнек. Беҙҙең туйҙан һуң иптәшем минән, айырым сығайыҡмы, әсәйемдәр менән бергә йәшәйекме, тип һораны. Мин, өс йылда өй төҙөй алһаҡ, ҡәйнәмдәрҙә йәшәйек, тинем. Ә ул ваҡытта өй төҙөү өсөн ер, ағас мәсьәләһе лә хәл ителмәгән ине.

Өс йылдан беҙ, ҡайным һәм ҡәйнәм, атайым һәм әсәйем, Рәфилдең бер, ике, өс туған ағайҙары, еҙнәләре ярҙамы менән өйөбөҙҙө төҙөп, үҙ аллы йәшәй башланыҡ.
Был яҙма беҙҙең ғаилә тураһында түгел, ә бөгөн үҙенең матур юбилейын билдәләүсе ҡәйнәм тураһында.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, бөтә проблемаларҙы тыныс ҡына хәл иткән, ике яҡтың туғандарын бер тигеҙ күргән ғаиләгә килен булып төштөм мин. Кем килһә лә һәр ваҡыт ишек асыҡ, яҡты йөҙ күрһәтелә, табын әҙерләнә. Ошондай мөхитте булдырыусы кеше – ҡәйнәм, Салауатова-Ҡарағолова Флүрә Халиҡ ҡыҙы.
Килендәшем Гөләйфә еңгәй менән берәй ергә барырға кәрәк булһа, беҙҙең алда “бәләкәс балаларҙы ҡайҙа ҡалдырам” тигән һорау торманы. Үҙенең нисек кенә эше күп булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙы нисә көнгә булһа ла алып ҡалды, тәрбиәләште. Беҙ белеп етмәгән эштәрҙе тыныс ҡына аңлатып, өйрәтеп ебәрҙе. Ейән - ейәнсәрҙәре өсөн бөгөн дә борсолоп ҡына тора. Беҙҙең балалар ҙа уға тартыла.
Аҡыллы, һәр һүҙен уйлап һөйләгән, уңған, балалары, туғандары өсөн өҙөлөп торған ҡәйнәмде юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һаулыҡлы оҙон ғүмер, балалар бәхете, яҡты киләсәк теләйбеҙ. Бөгөнгөләй беҙгә терәк, кәрәк булып, балаларыңдың, туғандарыңдың йортонда ҡәҙерле ҡунаҡ булып, үҙ өйөңдә хужабикә булып матур йәшәргә яҙһын!

Нәсимә Салауатова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: