Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
14 Март 2023, 08:40

Ярты быуат бергә!

Килдеғол ауыл мәҙәниәт йортонда ошо ауылда ғүмер иткән Мөхәмәт һәм Зөләйха Сафиуллиндарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуға арналған матур тантана үткән. Булы илдең балаһы Бер-береһен батыр, тир, тигән матур әйтемгә тоғро булып йәшәүсе килдеғолдарға афарин! Был турала Ҡолғанада йәшәүсе Зәйтүнә апай Айытбаева бәйән итә. Шиғыр ҙа яҙған.

Ярты быуат бергә!
Ярты быуат бергә!

“Килдеғол ауылында йәшәүсе Мөхәмәт ағайымдың һәм еңгәмдең бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән юбилей тантанаһына барып ҡайттыҡ. Юбилей ике өлөштән торҙо - 1-се өлөшө Килдеғол мәҙәниәт йортонда үткәрелде. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Резида Исхаҡова, Дилфузә Билалова, китапханасы Нәзилә Исҡужиналар тарафынан әҙерләнгән сценарий күңелгә шул тиклем хуш килде - матур әҙерләгәндәр. Уларға бик рәхмәтлебеҙ. Һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Матур парҙарҙы ҡотлап, әллә күпме йырҙар йырланылды, шиғырҙар һөйләнелде. Һәр береһе изге, матур теләктәрен еткереп, ихлас ҡотланылар юбилярҙарҙы.
Эйе, дан ғаилә йәшәй ауылда - ағайымдың ғаиләһе ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған, абруйлы, ихтирамлы, мөхәббәтле ғаилә.
Ағай, еңгәй!
Һеҙгә киләсәктә лә оҙон, бәрәкәтле, парлы ғүмер насип булһын. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ.

МАТУР ЯҘМЫШ

Аллаһ һеҙгә матур яҙмыш биргән,
Бүләк иткән матур балалар,
Улар һеҙгә"атай.әсәй" тиеп
Күҙегеҙгә ҡарап торалар.

Аллаһ биргән ошо ғүмерегеҙҙең
Илле йылын бергә үттегеҙ,
Ҡайғы- шатлыҡтарҙы уртаҡ итеп,
Бик бәхетле ғүмер иттегеҙ.

Аллаһ һеҙгә матур яҙмыш биргән,
Ғүмерегеҙгә биргән бәрәкәт,
Тормошоғоҙ ҡотло, донъя - бөтөн,
Туғандарға таяу, һеҙ - терәк.
Йәшәү өсөн ана шул кәрәк.

Минән һеҙгә бөгөн теләк ошо:
Һау-сәләмәт ғүмер итегеҙ,
Йөҙ йәшкәсә етеп, туйлағанда
"Быуат йәшәнем," - тип әйтегеҙ!

Зәйтүнә Айытбаева.

Бер алманың икер яртыһылай булып йәшәгән юбилярҙарға оҙон һәм бәхетле ҡартлыҡ насип булһын!

 

Ярты быуат бергә!
Ярты быуат бергә!
Ярты быуат бергә!
Автор:
Читайте нас: