Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Март 2023, 11:00

Таҫтамалдар матурайып китер...

Аш-һыу бүлмәһендәге таҫтамалдар бысрап ҡына бара – хужабикәләр быны белә. Уларҙы тиҙ генә таҙартыу ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Таҫтамалдар матурайып китер...
Таҫтамалдар матурайып китер...

Таҫтамалдарҙы тасҡа һалабыҙ һәм өҫтөнә ике аш ҡалағы тирәһе сода, һауыт-һаба йыуыу өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡсаны самалап ҡушабыҙ. Шулай уҡ 1 аш ҡалағы тоҙ һалабыҙ.

Унан тасҡа йылы һыу ҡойоп, 15-20 минутҡа ултыртып торабыҙ

Тейешле ваҡыт үткәс, таҫтамалдарҙы һығып алып, һалҡын һыуҙа сайҡатабыҙ һәм киптерергә эләбеҙ.

Автор:
Читайте нас: