Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
2 Март 2023, 16:00

Хәсәновтар яңы өйгә күсәсәк!

Улар өй һалыуға йәки һатып алыуға сертификат алды.     

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы Хәсәновтар ғаиләһенә район хакимиәтендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт һалыуға социаль түләү таныҡлығы тапшырылды.

“Ҡағыҙҙарҙы тултырырға һәм түләүҙе алырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Ғаиләбеҙ өсөн был бик мөһим мәсьәлә ине”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты дүрт бала әсәһе Регина Ғәзинур ҡыҙы.

Әйткәндәй, Хәсәновтар социаль түләүҙе “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү йәһәтенән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһында ҡатнашып алды.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәсәновтар яңы өйгә күсәсәк!
Хәсәновтар яңы өйгә күсәсәк!
Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас: