Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
28 Февраль 2023, 16:55

Бабайҙың автоответчик менән һөйләшкәне... Әйҙәгеҙ, көлөп алайыҡ әле!

Йылайырҙың йор телле һылыуы Зөлфирә Таһирова сәхифәһенән был. Ололарҙы шаяртырға мөмкин, тиҙәр. Беҙ ҙә ҡайным, бейем менән бергә торғас, бигерәк тә улар хәҙер ярайһы ғына олоғайғас, ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора. Артабан – сайтта.

Бабайҙың автоответчик менән һөйләшкәне... Әйҙәгеҙ, көлөп алайыҡ әле!
Бабайҙың автоответчик менән һөйләшкәне... Әйҙәгеҙ, көлөп алайыҡ әле!

Бейем күберәк китап, гәзит уҡый, ҡайным телевизор ҡарай. Өй башында торған тәрилкәнең бөтә каналы ла күрһәтһен өсөн ай һайын йә йылына бер түләп тора.

Аҡсаһы бөтөп, каналдар юғала башлаһа, ҡайным "тегеләргә" шылтыратырға тотона:
- Здравствуйте, вас беспокоит ваш клиент Тагиров... Инәң башы нәмәкәй, тыңлап бөт! Һаулыҡты ла алмай, эшкинмәгән!
Подождите, подождите. Извините, я бабай, плохо вижу, послушай, дочка!
Ауыҙыңа төкөрәйем, тыңлап та тормай, нажмите один, нажмите два, тигән була ла, күрһәм баҫыр инем дә ул ..

Кире шылтырата

-Алло, дочка послушай, у меня каналы не показывают звезда, спорт, матч тв... Подожди, дочка! Слушай когда взрослый человек говорит! Эт нәмә , эшкинмәгән, сволочь!

Тағы ҡабатлана, үҙе ҡаратырыш бит әле 
- Алло, дочка моя хорошая, помоги дедушке, у меня .... Эйййй, кәкре тояҡ, эшкинмәгән, йүгереп барып к@теңде әйләндерә тибеүсе юҡ!

Шунан ҡөһөр миңә төшә 😂
-Килен! Кил тиҙ бул! Ана, мине тыңлап та бөтмәй, вы позвонили в спутниковое телевидение "Телекарта" тей ҙә, үҙенекен һөйләп , нажмите один, нажмите два тип ҡаңғырып ала ла китә. Я плохо вижу, нажать не могу, тип тә ҡарайым, я смогла Вам помочь, тей, нет, нет тиһәм дә , спасиба тип һала ла ҡуя ,-тип ошаҡлай башлай 😂😂😂- Эшкинмәгән, йүнләп һөйләшә лә белмәгән нәмәне унда нимә ҡаратып ултыртып ҡуйғандар икән , бер ҫәпрәне... Ауыҙын йырып әрләнем. Увольняйся раз не можешь работать, тип әйттем, -тип довольный ғына ултыра, автоответчикты еңеп😂

- Ҡайным ул автоответчик бит ул, ул һине ишетмәй ҙә, аңламай ҙа,- тейем.

-Юк, аңлай, мәрйә, теге юлы матурлап һөйләште бит, һораша, яуап бирә,- тип һаман үҙенекен һөйләй 😁

Мин шылтыратам. Гудок барҙы. Алды.
- Здравствуйте! Вас приветствует спутниковое телевидение "Телекарта", оставайтесь на линии.... ( музыка )

Ҡайным тыпырсынып эргәлә тора:
- Нимә тине? Әйт, ваш клиент Тагиров, тигән... Мине өйрәтеп йонсой😂

-Ярай, хәҙер, көтөп тор тей, пока музыка тора!

- Мәсекәй, сәй эсәләрҙер күп булһа, сәй эсер булһалар музыка ҡуя ла ҡуялар!

-Эээ,- тигән булам 😁

- Спасибо за ожидание! Для прямого соединения с оператором нажмите один ....

-Нимә тей?
- Нажмите один, -тине.
- Хәҙер шулай тей ҙә, ыспасиба, дасвиданья тей ҙә ҡуя ул.....өмөтөн өҙҙө ҡайны- ҡартым😂

-Пока все операторы заняты...
-Нимә тей?
-Пока все операторы заняты ти,- тейем.

-Уй бирән ҡорһаҡтар, күмәкләшеп сәй һуғып ултыраларҙыр инде баяғы музыка ҡуйған бисә менән, мәсекәйҙәр!

Ниһайәт, оператор менән тоташып, йомошто йомошланыҡ. Ҡайным әбейе янына инеп китте һайрарға:
-Килендең эргәһендә тороп өйрәтеп биргәйнем, һөйләште. Булды. Хәҙер күрһәтә, тине....😂

Бына шулай, ул өйрәтеп бирмәһә торор инем әле ыңҡылдап һөйләшә лә алмай.

Зөлфирә Таһирова.

Автор:
Читайте нас: