Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Февраль 2023, 14:10

Еңел генә эшләнә торған тәмлекәс

Берәй ятыраҡ ризыҡ менән сәй эскегеҙ килеп китһә, ошо ябай ғына, еңел генә, тәмле генә ризыҡ рецебын ҡулланып ҡарағыҙ.

Еңел генә эшләнә торған тәмлекәс
Еңел генә эшләнә торған тәмлекәс

Берәй ятыраҡ ризыҡ менән сәй эскегеҙ килеп китһә, ошо ябай ғына, еңел генә, тәмле генә рецепты ҡулланып ҡарағыҙ.

500 г печенье, 200 г аҡ май, 4 аш ҡалағы какао, яртыстакан һөт, 200 г шәкәр кәрәк була.

Печеньены туҡмас таяғы менән ваҡлайбыҙ. Иретелгән майға һөт һәм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Артабан какао, ваҡланған печенье өҫтәп, бер төрлө масса килеп сыҡҡансы бутайбыҙ.

Килеп сыҡҡан массаны аҙыҡ-түлек пленкаһына һалып, шоколад колбасаһы формалаштырабыҙ. Ныҡлап урап, 2.5-3 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: