Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
9 Февраль 2023, 17:10

Серле Тәнәй

Ҡыҙым бәләкәй саҡта бер бесәй балаһы алғайныҡ. Уға ҡыҙым Тәнәй тигән ҡушамат бирҙе. Тәнәй бик аҡыллы бесәй булып үҫте. Бушҡа-юҡҡа мыяулап теңкә ҡоротманы, “йомоштары” өсөн дә мотлаҡ тышҡа йөрөнө. Ҡыҙым да, атаһы ла бесәйҙе ныҡ яратты, иркәләне. Тик минең үҙемдең был тәпәйлеләргә ҡарата “мөхәббәт” самалы булды. Тәнәй ҙә быны аңлай ине, шикелле, минең тирәлә артыҡ ураңғыламаны. Бер мәлде ҡыҙым ҡапыл ауырып китте… Артабан –с айтта.

Серле  Тәнәй
Серле Тәнәй

Бер мәлде ҡыҙым ҡапыл ауырып китте: температураһы күтәрелде, тамағы, башы ауырта. Постелдән тора ла алмай ята. Тәне ут кеүек яна. Дарыу эсерҙем дә, эргәһенән китеп, бер ни тиклем үҙ эшем менән булып йөрөгәс, ҡыҙымдың хәлен белешергә янына барҙым. Барҙым да, ҡотом алынды – Тәнәй ҡыҙымдың муйынына шарф һымаҡ һуҙылып ятҡан. Миңә ул ҡыҙымды быуып ятҡан һымаҡ тойолдо һәм йән асыуыма бесәйҙе тартып алдым. Ә ҡыҙым бер нәмә белмәй йоҡлай.

Бесәйҙе ҡыуып, кире эшем менән булып йөрөнөм дә, тағы ҡыҙым янына барҙым. Бесәй йәнә теге урынға менеп ятҡан. Тағы алып ташланым. Өсөнсөгә ингәндә Тәнәй ҡыҙымдың башына кәпәс һымаҡ итеп уралып ятҡан ине. Ә ҡыҙым күҙҙәрен асҡан, хәле еңеләйеп ҡалған. Һуңынан ғына аңлап ҡалдым – Тәнәй бит ҡыҙымды дауаларға тырышҡан…

Тәнәйебеҙ менән булған йәнә бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Инә бесәй ине ул. Сираттағыһында күршеләрҙең һарай башында көсөкләгән. Көнөнә әллә нисә тапҡыр шунда менеп-төшөп йөрөгәненән аңғарып ҡалдыҡ. Йәй булғас, артыҡ әһәмиәт бирмәнек. Бер көндө иртәнсәктән был ҡабаланып йөрөп балаларын өйҙөң төндөгөнә ташый башланы. Аптыраныҡ. Көндәр ҙә йылы тора ине былай. Бының сере төштән һуң ғына асылды – күршеләр һарай баштарына бер трактор бесән алып ҡайтып бушатты…

Йәнә бер ҡыҙыҡ сифаты булды уның. Ҡайһы көндәрҙә, командировкаға сыҡһаҡ, өйгә кискә генә ҡайтырға тура килә. Шуға Тәнәйҙе көн һайын эшкә киткәндә тышта ҡалдыра торғайным. Һыуыҡта көнө буйы тышта йөрөү кемгә оҡшаһын инде, Тәнәй ҙә хәйләгә кереште – мин иртәнсәк пальтомды кейеүем дә була, бер нәмә белмәй йоҡлағанға һалышып ятҡан бесәйебеҙ ырғып тора ла, шкаф артына йәшенә.

Күрәҙәсе булдымы ул бесәй, хәҙергесә әйткәнсә, экстрасенсмы – аңламай ҡалдыҡ…. Күрәҙәлегенә лә, дауалау һәләтенә лә үҙебеҙ шаһит булдыҡ бит. Тәбиғәттең асылмаған серҙәре күп шул әле, бик күп. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.

Т. Баһауетдинова.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: