Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
21 Декабрь 2022, 08:50

Бына тигән олатай ул!

Кеше матур эше менән, тигән ҡанатлы һүҙҙәр уға ғына тап килеп торғандай. Тырыш. Сос. Етеҙ. Бына тигән хужа, яратҡан атай, олатай.  Шулай яҙа Ҡыпсаҡтан Гүзәл исемле һылыу олатаһы хаҡында. Тулыраҡ – сайтта.

Бына тигән олатай ул!
Бына тигән олатай ул!

Һүҙ минең Фәтих олатайым Сәйфетдинов тураһында булыр. Ул Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәй. Әлеге көндә хаҡлы ялда.
Уның 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Олатайым 13 йәшенә еткәнсе йәйен-ҡышын фермала йәшәгән, сөнки атаһы – көтөүсе, ә әсәһе һауынсы булған. Ул үҙе лә 16 йәштән колхозда көтөүсе булып эшләгән. Ике йылдан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң ике йыл әрмелә хеҙмәт итә. Ситтән тороп уҡып, юғары белем ала.
Уның хеҙмәт биографияһында ниндәй генә яҙыу юҡ: ферма мөдире, ике тапҡыр бригадир, 18 йыл зоотехник һәм хеҙмәт юлының һуңғы 20 йылын колхозда өлкән бухгалтер. Олатайым эшләгән осорҙа колхоз йыл һайын тик алдынғы урынды яулаған.
Уның район, республика кимәлендәге наградалары күп, ә иң ҡәҙерлеһе – Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы. Хеҙмәт ветераны ла үҙе.
Етмеш йәше менән барһа ла, мал тота, уларға бесән әҙерләй. Әле булһа ла әүҙем тормош менән йәшәй, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Хатта яҙлы-көҙлө йәштәр менән бергәләп ағас ултыртырға ла йөрөй.
Өйөндә һәр нәмәнең тәртиптә булыуын ярата. Йәй буйы баҡсанан сыҡмай, йыл да мул уңыш йыйып ала. Әлеге ваҡытта өләсәйем менән бергә татыулыҡта, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө, терәк булып донъя көтәләр.
Беҙ уға тик һаулыҡ ҡына теләйбеҙ. Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп, йәшә лә, йәшә әле, олатай!

Гүзәл СӘЙФЕТДИНОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

(”Йәншишмә” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды).

Автор:
Читайте нас: