Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
14 Декабрь 2022, 12:25

Автобуста

...Бөгөн автобуста ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл булды. Ҡаршымда оло ғына пар тура килде лә, бабай ялбыр аҡ ҡаштары аҫтынан миңә һөҙөп-һөҙөп текәлеп ҡараны . Был урыҫҡа нимә кәрәк икән, тип, уйлап та өлгөрҙөм, хәбәрен барыбыҙға ла ишетелерлек итеп әйтте лә:

Автобуста
Автобуста

--Смотри, как женщине платок идет.

Комплимент булды бит инде был миңә , шатланып йылмайырға уйланым да, ҡарттың йәнәшәһендәге әбейенең сәнскеле  ҡарашын күреп тиҙ генә ауыҙымды кире йыйып алдым һәм ишетмәмешкә һалыштым .
Ҡупшы иренен кишер төҫөнә буяған, түбәһенә ултыртҡан кәләпүшенән аҡ ҡына бөҙрә сәстәре матур булып күренеп торған инәй, ҡартына ризаһыҙ ғына яуапланы:
--У татар так принято.
--При чем тут? Раньше и наши матери были в платке. Не помнишь что ли, и ты в молодости разные косыночки покупала?
--О, когда это было?
--Вот я и говорю – зачем вы перешли вот на эти безобразия , — тип өҙмәй ҙә ҡуймай был ир. Әбейенең сағыу помадаһы бер урынға йыйылып остайҙы. Был бабай бессмертный микән әллә , әллә ошо автобуста әбейе менән айырылышырға хәл иттеме? Әллә был инәй мине төшөрөп ҡалдырһын, тип ныҡышамы?

Оло пар бер килке бәхәсләште. Ҡарт ҡыҙғандан-ҡыҙа барып, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың салбарын да, шапкаһын да, ҡыҫҡа сәсен дә бер юлы ҡушып әрләне. Сығып торған өлтөк сәс остарымды йәһәт кенә эскә тыҡтым. Ҡатын-ҡыҙҙар шымып ҡалып ҡына тыңлап киләбеҙ. Ҡаршы өндәшер ҡыйыуы табылманы. Мин туҡталышымды саҡ көтөп алып төшөп ҡалдым. Оҙағыраҡ барғанда, әбейҙең сабырлығы шартлар ҙа, бабайға ла, миңә лә эләгер һымаҡ булды. Ҡайтҡас был ҡылығы өсөн ҡартты нимә эшләткәндәрҙер инде? Былай артыҡ бирешә торғанға оҡшамағайны...

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас: