+9 °С
Болотло
2023 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләр өсөн пособиелар бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле яңы айлыҡ пособие менән алмаштырыла. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте.
Пособие төрлө түләүҙәрҙе берләштерә: йөклөлөктөң беренсе аҙналарында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға; баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләүгә; беренсе балаға (бөтә төбәктәрҙә лә бирелә); өсөнсө балаға (78 төбәктә генә һәм төрлө ҡағиҙәләр буйынса бирелә); 3 йәштән 8 йәшкә тиклемге балаларға (социаль яҡлау органдары түләй); 8 йәштән алып 17 йәшкә хәтлемге балаларға (Пенсия фонды түләй).
2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған бала өсөн пособиены ғаилә элекке йәки яңы ҡағиҙәләр буйынса алырға мөмкин.
("Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды).