Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
11 Ноябрь 2022, 15:15

Ҡайным... йырларға өйрәтте

...Эштән ҡайтышлай, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡәйнәмдәргә инеп сыҡтым. Йәнәһе лә, кисә быҙау ҡайтманы. Шуға ҡайғырып йөрөйөм, йәнәһе. Был яҡта күренмәнеме икән, тип аптырап инеп тороуым, тигән булдым, уфтанып. Ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт инде. Минең хәлде аңлап, юҡ эштәрен бар итеп, өтәләнә баҫып өйҙән сығып киттеләр. Кәләш менән өйҙә икәү аулаҡ ҡалдыҡ...

Ҡайным... йырларға өйрәтте
Ҡайным... йырларға өйрәтте

Минең ҡайным ҡыҙыҡ кеше инде. Ул һәр ваҡыт йылмайып, кем әйтмешләй, ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп йөрөй. Ә үҙе һәр ваҡыт шат. Етмәһә, гел генә мөңгөрләп ниндәйҙер йыр ҙа көйләй. Әллә күңеле шулай моңло, әллә үҙе шулай йыр ярата, белмәҫһең уны. Уның асыуланған сағын бик һирәк күрәм. Дөрөҫөрәге, бөтөнләй күргәнем юҡ. Ә бына мин үҙем яман ныҡ асыуланам. Әйтеүе лә оят, хатта ваҡыты менән ҡысҡырып ҡуям. Ҡайһы ваҡыт кәләшкә шул хәтлем тауыш күтәрәм, хатта минең ошо баритон тауыш (әллә бас микән) ауылдың теге осонда ла ишетелә. Быны ишеткән кешеләр үҙҙәре һөйләй. Ауыл осона барып етерлек тауыш сығарыу өсөн йәндә шул хәтлем көслө асыу, ә күкрәккә апаруҡ киңлек кәрәктер. Ә былай беҙҙең ауыл әллә ней ҙур түгел. Ваҡыты менән шыбырлап ҡына әйткән һүҙ ҙә ауылды йәшен тиҙлегендә урап сыға.

Ә нимәгә шул хәтлем ҡысҡыраһың һуң, тип һораусылар булыр. Һеҙгә сер итеп кенә әйтәм -  кәләш аптырата! Тыныс ҡына эшләп йөрөгән мәлдә килә лә аптырата башлай. Тәүҙә ябай ғына һүҙҙәр. Аҙаҡ һүҙ артынан һүҙ китә. Иң аҙағы талашыу менән тамамланып ҡуя. Теге юлы берәү, ахыры заман етер алдынан кемде һөйләйһең, шул алдыңа килер, тигән булғайны. Көлөмһөрәп ҡуйғайным. Үәт, әй, әйтеүҙәре хаҡ булған бит, ана, кәләш үҙе килә лә ята минең янға. Хәҙер башлана инде үтмәҫ бысаҡ менән игәү. Эшләр эшкә һәм йылдың миҙгеленә ҡарап, беҙҙең “йәнле һөйләшеү” сама менән ошолайыраҡ бара.

- Таҡтаны тигеҙ сөйләмәйһең бит. 

- Күҙкәйҙәрең ҡыйыш булғанға мин ғәйепле түгел. Ә-ә, ситтән ҡараһаң, бер аҙ ҡыйышыраҡ киткән икән шул. Ярай, зыян юҡ, күҙ тиҙ өйрәнә ул.

- Иҙәнде дөрөҫ түшәмәгәнһең.

- Беләм, беләм, тикшереү өсөн генә һалып ҡуйғанмын. Ай, әттәгенәһе, йышылған яғын аҫҡа ҡаратып түшәп ташлағанмын икән.

- Нишләп кисә эштән һуң ҡайттың?

- Бергә эшләгән иптәштәр менән һыу инеп ҡайтыуҙан ней булған.

- Бәләкәй малайҙың баш кейеме ҡайҙа?

- Уны мин түгел, ә малай үҙе ташлаған, мин күтәреп алғанда, уның башында кепкаһы бар ине.

- Нисек башыңды юғалтманың?

- Һуң уны муйын тотоп тора ла инде.

Әғләм Шәрипов.

(Юморесканың тулы вариантын “Таң” гәзитенең 11 ноябрҙә сыҡҡан 45-се һанында уҡығыҙ).

Автор:
Читайте нас: