Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Ноябрь 2022, 09:05

БӘХЕТ СЕРЕ

Бәләкәй генә ҡалала күрше булып ике ғаилә йәшәгән. Берәүҙәре һәр саҡ ирешә лә талаша, ә икенселәре, киреһенсә, бик тыныс һәм татыу, ти. Тәкәббер, ярһыу ҡатын күршеләренең бәхетенә көнләшеп ҡарай икән. Бер көндө ул ирен был ғаиләнең нисек йәшәгәнен күҙәтергә ебәргән.

БӘХЕТ СЕРЕ
БӘХЕТ СЕРЕ

Тегеһе, күршеләренең өйөнә һиҙҙермәйсә генә ингән дә, мөйөшкә йәшеренгән. Күрә: хужабикә кинәнеп йөрөп бүлмә йыйыштыра. Зиннәтле гөл һауытының саңын һөртөп торғанында телефоны шылтырай. Ҡатын, ҡабаланғанлыҡтан, һауытты өҫтәлдең ситенә генә ҡуйып, бүлмәнең икенсе яғына китә.
Шул саҡ ҡапыл ире килеп инеп, өҫтәл янына бара һәм гөл һауыты иҙәнгә төшөп ярыла. “Хәҙер нимә була инде?” – тип, ваҡиғалар ағышын ҡото осоп көтә йәшенеп торған күршеләре.
Ҡатын ярсыҡтарға ҡарап көрһөнә лә:
– Ғәфү ит, ҡәҙерлем, ғәйеплемен, – ти. – Өҫтәлгә матур итеп ҡуйып китмәгәнмен.
– Юҡсы, мин үҙем ғәйепле, – ти ире. – Йә, ярай, баш бәләһе түгел әле.
Күршеләре өйөнә кәйефһеҙ генә ҡайтып инә.
– Ҡайһылай оҙаҡ йөрөйһөң! – тип тауыш күтәрә ҡатыны. – Шунан, күрҙеңме?
– Эйе.
– Нисек йәшәйҙәр инде?
– Уларҙың икеһе лә – ғәйепле. Ә бына беҙҙә – барыһы ла хаҡлы...

(БӘРӘКӘТ журналынан).
Автор:
Читайте нас: