Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
16 Октябрь 2022, 10:00

Бәхет серен асҡан улар

-Аталары балалар өсөн өҙөлөп тора, уларға иғтибарлы, хыялдарын тормошҡа ашырырға тырыша,  шөкөр. Эше тынғыһыҙ булғас, дәрестәрен әҙерләшергә ваҡыты ла юҡ, ләкин гел уҡыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Ҡайһы  ваҡыт, ниңә гел «5» ҡуяһығыҙ ҙа ҡайтараһығыҙ, тип уҡытыусыларҙы ла шелтәләй. Ә балалар атайҙарының кәңәштәренә, тәнҡиттәренә гел ҡолаҡ һалалар, уның һүҙен йыҡмайҙар, - ти Әминә Азат ҡыҙы.

Бәхет серен асҡан улар
Бәхет серен асҡан улар

Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Рәмил һәм Әминә Көнәфиндарҙың ғаиләһе башҡа меңәрләгән ғаиләләр ише үҙ ҡанундары, принциптары, талаптары, үҙ мәшәҡәттәре менән йәшәй. Шулай ҙа, яҡындан аралашҡандан һуң, ата-әсәнең  шул тиклем тырыш, егәрле, маҡсатлы булыуҙары һәм ошо сифаттарҙы балаларында тәрбиәләүгә күп көс һалыуҙары уларға ҡарата һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята, уларҙың  өлгөлө, абруйлы, дәртле булыуҙарын иҫбат итә.

Хан һарайылай иркен, зауыҡлы йортта һәр баланың үҙ мөйөшө, уңайлылыҡтары булған йыуыныу бүлмәһе, иркен зал, аш-һыу бүлмәһе, ғөмүмән, йәшәү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ғаилә башлығы Рәмил Наил улы крәҫтиән-фермерлыҡ эшен алып бара, үҙ пилорамаһы бар. Иҫке Собханғол ауылында тыуып-үҫкән Әминә Азат ҡыҙы ауылдағы ФАП-та фельдшер булып эшләй.

Бар тырышлыҡ – балалар өсөн

Көнәфиндар ғаиләһендә 4 бала тәрбиәләнә. Иң өлкәндәре Инсаф 8-се класта уҡый. Бик етди холоҡло егет уҡыу алдынғыһы, баскетбол, волейбол кеүек әүҙем спорт төрҙәрен үҙ итә. Азалия 6-сы синыфта белем ала. Ҡумыҙҙа уйнау, бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ тик бишле билдәләренә генә өлгәшә. 3-сө класта уҡыған Эльмир ҙа отличник. Туғандарынан айырмалы, ул күберәк интеллектуаль яҡтан әүҙем. Өйгә эштәрен дә  үҙ аллы башҡара, төрлө мәсьәләләр, башватҡыстар сисергә ярата. Төпсөктәре, апай-ағайҙарына иркәләнеп кенә йөрөгән 4 йәшлек Илсур - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.

-Ниндәй ҙә булһа эшкә тотоноуыбыҙ тәү сиратта балаларҙың киләсәген уйлауҙан башлана. Баланың үҫешенә, тормошон ҡороуға башланғыс һалырға тырышабыҙ. Мәктәптәге уҡыуҙарынан тыш, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Өйҙә лә улар ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Бөтә эште лә белеп үҫһендәр, тибеҙ. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре юҡ. Аллаға шөкөр, ышанысыбыҙҙы аҡлап, яҡшы уҡыйҙар, тәртиплеләр, - ти әсә кеше.

Ә атай кеше иһә, яҡшы уҡыуҙан тыш, яҡшы йәшәргә, аҡса эшләй белергә лә кәрәк, тип иҫәпләй һәм балаларын бизнесҡа ылыҡтырып, үҙ көстәре менән килем алырға өйрәтә.

-Азалия тырнаҡ буяу менән мауығып китте. Уға бөтә кәрәкле материалдарҙы алып бирҙем. Әле тиҫтерҙәренә, апайҙарына маникюр эшләй. Эльмир һатыу эшенә оҫта. Ауыл, мәктәп йәрминкәләрендә әсәһенең бешергән ризыҡтарын ихлас һатып ҡайта. Ул байрамдарҙа кешене йөрөтөр өсөн пони йәки ишәк һорай. Әле уларҙы тотоу, йәшәтеү шарттарын өйрәнәбеҙ, тиҙҙән алып бирергә ниәтләнек, - ти ул.

Атай һүҙе – закон

Яҡшы билдәләре, уҡыуҙағы уңыштары өсөн атайҙан бүләк алыу уларҙа йолаға әүерелгән. Ҙур бүләктәр эшләүгә ҡулынан һәм хәленән килгән атайға балалары өсөн бер нәмә лә йәл түгел. Әммә артыҡ иркәләтеү ҙә юҡ. Балаларҙың барыһы ла ата-әсәһенең хеҙмәтен ихтирам итә. Уларҙың көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтеү өсөн өйҙәге эштәрҙе бүлешеп, график буйынса һәр ҡайһыһы үҙ ваҡытын белеп башҡара.

-Аталары балалар өсөн өҙөлөп тора, уларға иғтибарлы, хыялдарын тормошҡа ашырырға тырыша,  шөкөр. Эше тынғыһыҙ булғас, дәрестәрен әҙерләшергә ваҡыты ла юҡ, ләкин уҡыуҙары менән гел ҡыҙыҡһына. Ҡайһы  ваҡыт, ниңә гел «5» ҡуяһығыҙ ҙа ҡайтараһығыҙ, тип уҡытыусыларҙы ла шелтәләй. Ә балалар атайҙарының кәңәштәренә, тәнҡиттәренә гел ҡолаҡ һалалар, уның һүҙен йыҡмайҙар, - ти Әминә Азат ҡыҙы.

-Азалияның тыуған көнөндә, торттағы шәмде өрөп һүндерер алдынан, бүләккә нимә теләйһең – шул булыр, тинем дә ҡуйҙым. Улар әсәһе менән «башҡорт хужабикәһе» блогерын ҡарайҙар. Шуларҙың Төркиәлә йөрөгәнен күреп ҡалған да, аҙаҡ минең ҡолаҡҡа, атай, мин «Төркиәгә барһаҡ ине», тип теләнем, тип шыбырлай. Алып барырға тура килде инде. Уларҙың теләге менән Ҡазанға ла барып ҡайттыҡ. Тик автомобилдә балалар өсөн урын өсәү генә булғанлыҡтан, ҡырға барғанда кемеһелер өйҙә тороп ҡала. Өйҙә донъя көткәнен дә буш ҡалдырмайбыҙ, әлбиттә, - ти ғаилә башлығы.

«Укол һалып, әсир итте»

Икеһе лә бер һүҙҙән булып, бер-береһен ҡеүәтләп торғанға ла донъялары теүәл, эштәре алға бара Көнәфиндарҙың. Береһе өсөн береһе өҙөлөп торған Рәмил менән Әминәнең танышыу тарихын да һорашмай ҡалдыра алманым.

Әминә:

- 2007 йылда Белорет медицина колледжын тамамлағас, Иҫке Монасип фельшерлыҡ пунктына эшкә килдем. Ауыл халҡына гепатиттан прививка эшләргә тейешмен. Саҡырабыҙ, берәү ҙә килмәй. Өйҙәренә йөрөп саҡырып сығайыҡ, тип, санитарка менән ауыл буйлап киттек. Урамда ҡаршыға шат йылмайып бер егет килә, ә мин асыуланып китеп барам. Прививка һүҙен ишетеү менән ҡырҡа боролоп ҡасып китте. Бер аҙ йөрөп килгәс, магазинға һатыусы янына инәбеҙ. Ә унда баяғы егет тора. Санитарка апай, әһә, тотолдоңмо, тип шаярып, прививка һалдырырға күндерҙе тегене. Аҙаҡ буласаҡ ҡәйнәмә уколдар һалырға йөрөнөм. Шунда яҡындан танышып, осраша башланыҡ һәм 2009 йылда өйләнештек.

-Ул прививкаһы әллә гепатиттан булды, әллә юҡ. Мине үҙенә ҡаратыр өсөн баҫтырып йөрөп һалғандыр әле. Шулай күңелемде әсир итте лә ғүмерлеккә үҙенеке итте инде, - тип шаяртыу аша һөйөүен белдерә Рәмил ағай.

 

(Тулы варианты - гәзиттә).

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: