Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
23 Сентябрь , 09:20

Ҡушаматлы килен

Ҡарағайлы ауылы гөж килде: Хайрас Хайранович кәләш алып ҡайтҡан! Ауыл ҡыҙҙары ҡалаға ҡаса, кәләш итерлектәре һирәгәйеп тора, әммә үтә һайланмаһаң, табылып тора. 

Ҡушаматлы килен
Ҡушаматлы килен

Ә Хайрас Хайранович бик һайлана. Кәләш талымлауы ғына етмәне, эште лә оҙаҡ һайланы. Тырыша торғас, ауыл биләмәһе советы рәйесе урынына ултырҙы. Вазифалы булғас, һәйбәт кейенә, «Хайрас Хайранович» тип мөрәжәғәт иткәнгә һәләк һөйөнә: мәңге ҡырыҫ йөҙө хатта яҡтырып китә. Исеме менән генә өндәшһәләр, әйләнеп тә ҡарамай, һөйләшеп тә тормай. Ҡырыҫ йөҙө яман ҡомһара.
«Аҫтыртын булды. «Ҡапыл өйләнәйем дә ауыҙҙарығыҙҙы астырайым. Утыҙҙы күптән уҙҙым, бының әфтәритеты туҙҙы, тигәндәр телдәрен тешләһен», тип ниәтләнгәндер...» – Хайрастың ут күршеһе Мирйән көлөмһөрәне.
Мирйән Ҡарағайлыла тракторсы булып эшләй. Ауылдаштары әйткәнсә, «Кулак Сәйәр» – сәйер бәндә. Ул Мирйәнде күҙәтеп кенә, аңдып ҡына йөрөй. «Яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй», тиҙәр. Тракторсы уның был ғәҙәтенә иғтибар итмәҫкә күнеккән. Хеҙмәт хаҡын килешкәнсә теүәл түләгәс, тырыша, эшен сифатлы башҡара.
Әле ул яланға ашыҡманы. Йәй үтә ҡоро килгәс, Мирйәндәрҙең йәшелсә баҡсаһындағы ҡоҙоҡ һыуы ҡороно. Тәрәнерәк ҡаҙытҡансы һыуһыҙ йәшәп булмай. Ирекәй бәләкәй балалы хәләл ефете Гөлгәүһәргә ярҙам итергә булды – ауылдан апаруҡ ситтә аҡҡан йылғанан һыу ташып, ҙур бакты тултырып ҡуйырға уйланы. Һыу багы бар әлдә.
Сәйәр тап булһа, күҙҙәрен аҡайтыр инде. Әмәлгә ҡалғандай, ҡаршыһына Хайрас Хайранович осраны: ниңәлер ашығып ҡапҡаһынан сығып килә.
– Һыйырбикә кибеткә киткәйне, һаман юҡ. Шул яҡтан киләһең, күрмәнеңме? – тип һораны.
Күршеһенең кәләше хаҡында белешеүен аңламаған Мирйән:
– Һыйыр күрмәнем, – тип яуапланы.
Ә тегеһе күршеһенә аҡайып ҡараны ла дан еңел машинаһының ишеген асты. Мирйәнде тапата яҙып, шыйлатып үтеп китте.
Шул көндө Гөлгәүһәр бик ғәжәпләнеп Мирйәнгә яңылыҡ һөйләне:
– Хайрас Хайранович ҡатынына «Һыйырбикә» тип өндәшәсе... Бына ғибрәт. Сибәр ҙә, егәрле лә уның кәләше. Зифа буйлы, ҡара ҡыйғас ҡашлы, ирендәре бешкән еләктәй, ҡара толомо бөгәренә төшкән, биш баҫырҙы бер баҫып атлаған һылыу, итәғәтле кәләшенә яман өндәшергә нисек теле бара икән? Киленкәйҙең исеме – Һылыубикә.
– Бөгөн ҡаршыма осраны ла: «Кибеткә киткән Һыйырбикәне күрмәнеңме?» – тисе. Аңламаным. Насар ишетә башлағанмындыр, күрәһең, көндәр буйы тырылдаған трактор шауҡымылыр, тип уйланым.
– «Ниңә ҡушамат таҡтырып, үҙеңде кәмһеттерәһең?» – тип төпсөнөргә уңайһыҙландым. – Гөлгәүһәрҙең тауышы буҫыҡты.
Тынысланғас, хәбәрен дауам итте:
– Һылыубикә үҙе бер асылып китеп былай һөйләне: «Инәйем менән атайым миңә Һылыубикә тигән исем биргән. «Ниңә шул ҡәҙәре һирәк исем ҡуштығыҙ? Мин ямаҡай ғына булһам, үҙегеҙгә оят булыр ине» тип үпкәләгәйнем, өләсәйем: «Инәйең дә, атайың да – төҫ-башҡа, буй-һынға күрмәлекле, матур кешеләр. Уларға оҡшап һылыу булып тыуҙың – ҡарап туймай инек», – тип беҙҙең хәбәргә ҡыҫылды. Шунан исемемде яраттым», – тине.
– Мин уға: «Ҡушаматыңды бүтән әйттермә! Тиҙ тап сараһын», – тинем. Киленкәй: «Әйткәнде тыңлай торған әҙәм түгел ул», – тип көрһөндө, күҙҙәре йәш менән тулды... Ә бер нисә көндән Һылыубикәнең өй ҡаралтыларын сығарып, кәртәгә элгәнен күрҙеләр... Ире ни ҡәҙәре һанламаһа ла, был һаман донъя көтөргә тырыша бит әле. Ни хәл итәһең, ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы бере үҙ ҡәҙерен белмәй икән шул... – Гөлгәүһәрҙең ғәжәпләнеүе сикһеҙ ине.
...Мирйән эштән ҡайтыуына ҡатыны мунса яғып, аш бешереп, бәлеш-бөйөрөктәр әҙерләп ҡаршылауына өйрәнеп бөткән. Әле лә шулай, өҫтәлдә –тәмле тәғәмдәр. Ә бына хужабикәнең алсаҡ йөҙө ғәҙәттәгенән тағы ла яҡтыраҡ балҡый.
Мирйән көлөмһөрәне:
– Ҡунаҡ бармы әллә? – тип шым ғына һораны.
– Яңылыҡ бар! – Гөлгәүһәр яңғыратып яуапланы. – Ни... Һылыубикә тыуған ауылына ҡайтып китте.
– Ҡайҙан белдең?
– Үҙем күрҙем. Ҙур пакет тотҡан Һылыубикә өйҙән ашығып сығып бара ине. «Күтәренеп ҡайҙа ҡабаланаһың?» – тип һораным. «Ҡайтам. Автобусҡа һуңламаҫҡа кәрәк. Был әҙәм, бәлки, холҡон үҙгәртер. Түҙмәнем түгел, түҙҙем. Юҡ, киҫәмәй. Ҡушаматлы булып, хурланып күпме йәшәргә мөмкин? Бала-сағалы булмаҫ борон тайырға кәрәк. Гөлгәүһәр апай, һеҙҙең алда үҙем дә аңғармаған ниндәйҙер ғәйебем булһа, кисерегеҙ! Апай, һеҙ Мирйән ағай менән һәләк матур пар, балаларығыҙ тәрбиәле, тәртипле! Бәхетле йәшәгеҙ!» – тине Һылыубикәбеҙ.
– Үҙеңде һыйырға тиңләгән мәғәнәһеҙ кеше менән бер генә бирелгән ғүмерҙе сарыфларға ярамағанды аңлағас, афарин! Алдағы тормошонда үҙен хөрмәтләгән саф мөхәббәтен осратырына, бәхетле булырына иманым камил! Мирйән иркен тын алды, мөләйем йөҙөнә йылмайыу таралды.

Нажиә Игеҙйәнова.

 

Автор:
Читайте нас в