Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Сентябрь , 15:50

Сараһыҙҙар (Хикәйә)

...Ошо нигеҙгә атлап кергәндән бирле уларға бик мәрхәмәтле булды шул Рәзинәләре, ҡай саҡ кеше үҙ ҡыҙынан был ҡәҙәр изгелек күрмәҫ. Бына шуға ла үҙҙәре иҫән саҡта уны башлы-күҙле итәһеләре килә ине. Дөрөҫ, йортто, улдары сығып китеүгә үк тиәрлек, килендәре һәм ейәндәре исеменә васыят итеп, документлаштырып ҡуйҙылар. Мохтажлыҡ күрмәй йәшәрлек булһын тип, һуңғы йылдарҙа йорт-ерҙе бик нығыттылар, ҡаранылар. Тик был дәүләттәр генә яңғыҙлыҡты алыштыра алмай инде шул...

Сараһыҙҙар (Хикәйә)
Сараһыҙҙар (Хикәйә)

– Йә, нисек, ул-был һиҙелмәйме? Һәйбәтләп ҡараныңмы? – Ғүмерен бергә үткәргән ҡартын яңы ғына разведканан ҡайтҡан һалдаттай ҡаршы алды Фәхирә. Тик Ғарифы телгә килгәнсе үк инде яуапптың ниндәй булырын тәғәйен белгән ине. Күңелендәге бар кисереше ҡартының йөҙөнә яҙылған ине шул. Алай ҙа, уның яуабын ишетмәйсә, ҡабат һорауҙар бирмәҫкә булды.

– Юҡ шул. Бер ни һиҙелмәй. Улар күрмәһен тип, аҙбар тәҙрәһенән үрелә-үрелә күпме ғүмер ҡарап торҙом – килендең керпек бөртөгө лә һелкенмәй. Ә бына Дамирҙың өмөтө юҡ түгел буғай. Бер нисә тапҡыр күҙҙәрен тултырып-тултырып ҡарап алғандай булды.

– Бына быныһы – шәп яңылыҡ бит, атаһы. Нисә айҙар тырышыуыбыҙ юҡҡа булманы, тимәк. Былай булһа, бер сәйләп алайыҡ та, мин Хәҙисә әхирәткә кереп сығам. Уның да ҡылдарын тартып ҡарайым әле. Улының яңғыҙ ҡартайыуына ул да бик борсола лабаһа. Бәлки, риза булыр.

Ҡарты алып кергән яҡшы хәбәрҙән нисектер елкенеп киткән Фәхирә, йәштәрсә еңеллек менән өҫтәл әҙерләне. Шул арала мунсаларын сайдинг менән тышлаусы Дамирҙы һәм уға булышып йөрөүсе килендәре Рәзинәне сәйгә саҡырҙы.

Дамир күрше егете ине. Улдары Ренат өйҙән сығып киткәндән бирле хужалыҡтағы бөтә ир-ат эшен шул тартып бара. Ғариф үҙе шаҡтай ҡартайҙы шул. Әле улай уҡ түгел ине. Берҙән-бер улдары хәсрәтенән икеһе лә бөтөп ҡалдылар. Йығылып үлмәгәндәренә рәхмәт, һис уйламағанда улдарының еләк кеүек ҡатынын, инде буй етеп килгән ике ҡыҙын ташлап, өс балалы йәш ҡатынға китеп барыуы аяҙ көндө йәшен һуғыуға тиң булды шул. Ҡырын хәбәре ишетелмәгән көйө бит... Иҫерек булһа, ялҡау булһа, әҙәм аҡтығы булһа, бер хәл. Егерме йыл йәшәп, килендәре менән һүҙгә килешкәндәре лә булманы бит. Эшен дә эшләне, ғаиләһен дә ҡайғыртты... Ата-әсәһенә бик иғтибарлы булды. Ҡырҡ йәшкә етеп, тел осона алып иҫкә төшөрөрҙәй бер борсолоу килтермәгән бала нисек шулай эшләй алды – был ҡәҙәрен ни Ғариф, ни Фәхирә аңлай алмай ине. Ул меҫкен Рәзинә, ҡыҙҙары ниҙәр уйлағандыр, ниҙәр кисергәндер? Ололарға бер ни һиҙҙермәнеләр ҙә. Бер ни булмағандай йәшәргә тырыштылар. Тик барыһы ла күңелдән генә Ренаттың ҡайтыуын көтә, ышана ине.

– Шул ҡатынға китһәң, башҡа күҙемә күренәһе булма, һин минең улым түгел, – тигән Ғариф та, ҡасан ҡайтып инһә лә, улын ҡабул итергә, ғәфү итергә әҙер булһа ла, юҡ, ҡайтманы Ренаттары. Ҡайтыу түгел, телефондан да бер-береһенең хәлен белмәне. Юҡһа ер ситендә түгел, йәнәшәләге ауылға ғына барып урынлашты.

Бына шул хәстәрле көндән бирле, биш йыл инде, мәрхәмәтле Дамир уларға Ренатты алыштырҙы. Кескәйҙән дуҫ ине улар. Араларында ике йәш айырма булһа ла, бала саҡтан гел бергә булдылар. Шуға күрә был ғаиләгә ярҙам итеүҙе шулай тейеш тип һанай ине егет. Әйткәнде лә көтмәҫтән, үҙе килеп керә. Эсмәй, тартмай, ваҡ-төйәккә аҡса ла алып тормай. Ҡыҫҡаһы, уның кеүек оҫтаның күршелә генә булыуы ҡарттар бәхетенә инде. Артыҡ тыныс, йомшаҡ холоҡло булһа ла, ҡулы эшкә ятып тора шул егеттең. Нимәгә генә тотонһа, шуны ялт иттерә. Тик бына ниңәлер өйләнмәне генә. Эсеп, урамда аунап ятҡан ҡорҙаштары ла, ике ҡулына бер эш белмәгән булдыҡһыҙҙар ҙа әллә ҡасан башлы-күҙле булып, бына тигән балалар үҫтереп ята. Ҡыйыуһыҙлығы артыҡ йомшаҡлығы бәләһелер инде. Ҡыйыулыҡ – ярты бәхет, тип тиккә генә әйтмәйҙәрҙер шул.

Баштараҡ Дамирға ярҙамға гел үҙе сыҡҡан Ғариф, ҡарсығы менән план ҡорғандан бирле, йәғни ярты йыллап гел сәбәп табып, ҡул алмашҡа киленен сығара торған булды. Дөрөҫ, эште Дамир үҙе белеп эшләй, уға шул тотоп торорға, ваҡ-төйәкте алып бирергә генә кеше кәрәк. Ҡарт менән ҡарсыҡ Дамир менән Рәзинәгә эште табып ҡына торҙо. Бергә эшләй-эшләй яҡынайып китмәҫтәрме, тип көттө. Еләк кеүек ваҡытында яңғыҙы һулый бит тип, ысынлап та йәлләй ине улар килендәрен. Эҙләп-эҙләп ҡаранылар ҙа, уға Дамирҙан да ҡулай кеше юҡ тип уйланылар. Инде биш йыл көттөләр, атай менән әсәнең өмөттәре өҙөлдө. Килендең дә күңелен һүрелдерергә кәрәк тигән фекергә килделәр. Ошо нигеҙгә атлап кергәндән бирле уларға бик мәрхәмәтле булды шул Рәзинәләре, ҡай саҡ кеше үҙ ҡыҙынан был ҡәҙәр изгелек күрмәҫ. Бына шуға ла үҙҙәре иҫән саҡта уны башлы-күҙле итәһеләре килә ине. Дөрөҫ, йортто, улдары сығып китеүгә үк тиәрлек, килендәре һәм ейәндәре исеменә васыят итеп, документлаштырып ҡуйҙылар. Мохтажлыҡ күрмәй йәшәрлек булһын тип, һуңғы йылдарҙа йорт-ерҙе бик нығыттылар, ҡаранылар. Тик был дәүләттәр генә яңғыҙлыҡты алыштыра алмай инде шул... Быға ҡәҙәр әле ни Дамирҙа, ни Рәзинәлә өмөт сатҡыһы күренмәй ине, ниһайәт, бөгөн Ғариф Дамирҙа үҙгәреш һиҙеп инде ана. Шуға күңеле осоноп китте Фәхирәнең, үткен күҙле иренең яңылышмаҫына ышана ине ул.

Йәштәр ашап-эсеп сығып киткәс, ул Хәҙисәләргә юл тотто. Ситләтеп торманы, тура әйтте:

– Үҙебеҙ иҫән саҡта киленде ышаныслы ҡулдарға тапшыраһы килә. Дамирҙан да ҡулай кеше тапманыҡ. Ҡартлыҡ көнөңдә һин дә килен хеҙмәте күрерһең. Уның ниндәй икәнен һөйләп тораһы юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны үҙебеҙҙән йыраҡҡа ебәрәһе лә килмәй… Һин ни тиәрһең? – Күршеһенең тикмәгә генә шундай һүҙҙәр һөйләмәҫен белгән Хәҙисә, ҡабырғаһы менән ҡуйылған һорауға шулай уҡ күңелендәгеһен әйтеп ҡалырға ашыҡты:

– Рәзинә кеүек килен тураһында күптән хыялланам да, әхирәт. Тик ул һеҙҙе ташлап китерме икән, белмәйем. Һәр һүҙендә һаман да Ренат та Ренат тиҙәр бит… Дамирға риза булыр микән тим.

– Һин Дамирың менән һөйләш, беҙ киленде нисек тә… (күңеленә «һеңдерергә» тигән һүҙ килһә лә, Рәзинә турында был һүҙ бик ҡаты була тип уйлап), ризалатырға тырышырбыҙ, -- тип өҫтәне Фәхирә. -- Балалар өсөн ҡайғырма, улар ике арала йөрөр. Ике йортто бер итеп йәшәрбеҙ, Аллаһы бойорһа.

Хәҙисәгә еңел генә вәғәҙә бирһә лә, нисә көндәр Рәзинәгә был хаҡта һүҙ башларға белмәй ыҙаланды ҡарт менән ҡарсыҡ. Ғариф, үҙем тәүәкәлләп әйтәм, тиһә лә, Фәхирә уны туҡтатты. «Йә эште боҙоп ҡуйырһың. Мин уның менән әсә кеше булараҡ һөйләшермен».

Был һөйләшеү бик ауыр булды. Ҡәйнә менән килен, ҡыҙ менән әсә кеүек, ҡосаҡлаштылар ҙа, илаштылар ҙа – биш йыл буйы йөрәктәрен әрнетеп торған хәсрәт быуаһын тамам үҙ иркенә ебәрҙеләр. Ике йөрәктән бер юлы ҡайнап сыҡҡан был ут, был ялҡын шул ҡәҙәр ҡайнар ине, биш йыл буйы эстә ни хәлдәр һаҡланған да, эйәләрен ни хәлдәр яндырып үлтермәгән тиәрлек ине.

Уртаҡ һүҙҙәр ҙә, уртаҡ хистәр күп һөйләнһә лә, тик Рәзинә аҙаҡтан: «Мин әле һаман да Ренаттың ҡайтаһына ышанам», – тип, һуңғы нөктәне ҡуйҙы. Әмма тамсы тама-тама ташты тишә, тиеүселәр хаҡлы булды, бер яҡтан Фәхирә менән Ғариф, икенсе яҡтан Хәҙисә менән Дамир һүҙ ҡата торғас, ниһайәт, ул никахҡа ризалашты. Кем белә, бәлки өмөтө лә өҙөлгәндер. Сабырлыҡтың да сиге була лаһа.

… – Рәхмәт, ғәзиз бер Аллам! Теләктәремде ҡабул ҡылдың. Һис юғы киленебеҙ алдында йөҙөбөҙ ағарҙы. Уны бәхетһеҙ иткән бәндәңде лә беҙ үҫтерһәк, уны бәхетле итәрҙәйен дә эҙләп таптыҡ… Бәхеттәре ғүмерлек булһын берүк… – Дамир менән Рәзинә никах бүләге итеп биргән намаҙлыҡ өҫтөндә уҡыған беренсе намаҙынан һуң ана шулай тип доға ҡылды Фәхирә. Һәм ҡалтыранған ҡулдары менән йөҙөн һыпырғанда: «Беҙҙе лә онотмаһындар ине», – тип өҫтәне…

Гөлсинә Хәбибуллина.

(Һүрәт асыҡ сығанаҡтан, текст “Башҡортса хикәйәләр” төркөмөнән алынды).

 

Автор:
Читайте нас в