Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
25 Август 2022, 17:15

Симоновтар барыһынан риза

Фаина Степановна һәм Виктор Ефимович Симоновтар, Ырғыҙлы ауылы: -Мин үҙем ошо ауыл кешеһемен, 1933 йылда Ырғыҙлыла донъяға килгәнмен.  Заманына күрә, төрлө ерҙәрҙә эшләргә тура килһә лә, беҙҙең быуын кешеһе, ҡара эштә бешегеп үҫкәс, һис ҡайҙа һынатманы.

Симоновтар барыһынан риза
Симоновтар барыһынан риза

Һуғыш осоронда тылда беҙҙең ише бала-саға менән ҡарт-ҡоро бил бөктө. 14 йәшемдән генә  Ырғыҙлы йылғаһынан һал ағыҙыу эшендә иҫәпсе булып эшләргә  лә тура килде, һал ағыҙыу эше лә ғәмәлдә таныш. Ауыл советында 12 йыл секретарь вазифаһын да башҡарҙым. Унан инде хаҡлы ялғаса “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләнем, ул элек Башҡорт ҡурсаулығы тип атала ине.

Әбейем менән 63 йыл бергә-бергә донъя йөгөн тартабыҙ. Балалар матур итеп ҡарай, пенсия килеп тора, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн – оло кешегә тағы нимә кәрәк инде”, - ти ауылдың абруйлы кешеһе булған тыл ветераны бабай.

 

(Дауамы гәзиттә)

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: