Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Август 2022, 14:05

“Өйөм газ менән йылына, һыу крандан ағып тора”

Фәрҙиә Алтыншина, Тимер ауылында йәшәй, 82 йәштә: - Үҫмер саҡтан эшкә егелдек инде ул. Колхозда 2 йыл эшләһәң, уҡырға ебәрәләр, тигәнде ишетеп, 14 йәштән генә Ҡуштуҡмаҡ тигән ерҙә ятып быҙау, башмаҡ ҡараным. Бөгөнгө тормошом шөкөр генә итерлек. Хөкүмәт пенсияны түләп тора. Пенсиям ашарға, йәшәргә етә. Иш янына ҡуш булһын тип ҡош-ҡорт көтәм.

“Өйөм газ менән йылына, һыу крандан ағып тора”
“Өйөм газ менән йылына, һыу крандан ағып тора”

-Күптән түгел үҙебеҙҙең араның шәжәрә байрамын үткәрҙек. Шунда үҙебеҙҙең зат-ырыу араһында Тимерҙә иң оло килен булып сыҡтым.

Тимергә 1961 йылдың ғинуарында килен булып төштөм. Ирем Мырҙабай менән 6 балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Нәсимә, Нәфисә, Рәйсә, Нурия исемле ҡыҙҙарыбыҙ, Раян һәм Ҡылысбай исемле улдарыбыҙ матур итеп эшләй, донъя көтә.

Үҫмер саҡтан эшкә егелдек инде ул. Колхозда 2 йыл эшләһәң, уҡырға ебәрәләр, тигәнде ишетеп, 14 йәштән генә Ҡуштуҡмаҡ тигән ерҙә ятып быҙау, башмаҡ ҡараным.

Мырҙабай менән 58 йыл йәшәнек. Уның донъянан киткәненә 8 йыл.

Бөгөнгө тормошом шөкөр генә итерлек. Хөкүмәт пенсияны түләп тора. Пенсиям ашарға, йәшәргә етә. Иш янына ҡуш булһын тип ҡош-ҡорт көтәм.

Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең төшөнә лә инмәгәндер бөгөнгө тормош.

Атайым Миндеғолов Әлмөхәмәт һуғышта ятып ҡалған. 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Атай һуғышҡа киткәндә 1 йәш тә 2 айлыҡ булып ҡалғанмын. Мине тәҙрәгә һөйәлтеп ҡуялар ҙа, тәҙрәне үтеп китһәң, атайың ҡайта, тигән булырҙар ине. Атай тиҙерәк ҡайтһын тип эй үҫергә тырышҡан була инем. Ҡайтманы...

 

(Тулы варианты гәзиттә)

 

Т. Сәйфетдинова яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: