Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Август 2022, 12:00

«Бәхетем - балаларым»

Мәрйәм Хөснөтдинова, 73 йәш, Яңы Мөсәт ауылы: -Әсә кешенең иң ҙур шатлығы - балаларының сәләмәт булыуы. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә ҡыуанып, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәп ятабыҙ. Ике улды, өс ҡыҙҙы үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙым. 

«Бәхетем - балаларым»
«Бәхетем - балаларым»

Улым Шәйхислам полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, Иҫке Собханғолда йәшәй. Гөлнара ҡыҙым Иҫке Монасипта төпләнде. Гөлйөҙөм Ырғыҙлыла йәшәй, уҡытыусы. Гөлназ район үҙәгендә интернатта эшләй. Иң бәләкәсебеҙ Ғәйнислам әле өйләнмәгән, үҙ эшен асыу менән мәшғүл. Ҡырҙа ла эшләп ҡайта, техниканы яҡшы белә, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ҡыҙҙарыма ҡунаҡҡа барып, донъяларын көтөшәм. Мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам инде. Тик ситтә оҙаҡ тора алмайым, үҙ өйөмдө һағынып ҡайта һалам. Үҙҙәре лә килеп, хәлемде белешеп торалар.

Элек уҡытыусылар етешмәгәнлектән, 10-сы класты тамамлаған ҡыҙҙар-егеттәрҙе мәктәптә уҡытырға ҡалдыра торғайнылар. Минең дә хеҙмәт юлым шулай башланды. 25 йылдан ашыу мәктәптә китапханала эшләнем, ҡыҙҙарҙы хеҙмәт дәрестәренән уҡыттым. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар әле лә онотмай, сығарылыш, һуңғы ҡыңғырау кисәләренә, байрамдарға саҡырып торалар. Оло кешегә ни, иғтибар булһа, етте инде. Быйыл тәүге сығарылыш класс  уҡыусыларым менән осрашыуға барҙым, уларҙың мәктәпте тамамлауҙарына 45 йыл үтеп киткән икән. Уҡыусыларымдың тормоштарынан уңып, матур йәшәп китеүҙәрен күреү ҙә - ҙур ҡыуаныс.

Олоғая килә һаулыҡ әҙерәк хөртәйҙе. Шулай ҙа бирешмәйем, илдең тыныс булыуын теләп, бөгөнгөмә шөкөр итеп, үҙ яйыма  йәшәп ятам, - ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

 

(Тулы вариант - гәзиттә)

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: