Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Июль 2022, 10:00

Береһе өсөн береһе ғәзиз

Теүәл ярты быуат элек осраштырған һәм ҡауыштырған уларҙы яҙмыш.

Береһе өсөн береһе ғәзиз
Береһе өсөн береһе ғәзиз

Шундай парҙар була – уларҙы күргәс, йылмаймай, эстән генә һоҡланыу ҡатыш ихтирам итмәү мөмкин түгел – үҙ-ара мөнәсәбәттәре публика өсөн түгел - ҡорос, үҙҙәре тырыш, донъялары бөтөн, балалары ипле, йәшәйеш-тороштары бар ғәмгә өлгө.
Иҫке Собханғолдоң йәмле Ағиҙел буйын төйәк иткән Торсонбаевтар – ана шундайҙарҙан.

Май тәпәне тышынан билдәле, тигәндәй, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, улар ни тиклем тырышып-тырмашып ете йоҙаҡ артына бикләнһә лә, сит кеше күҙенә шунда уҡ салына – Нәфисә апайҙың: “Марат, әйҙә шулай ит әле, былай ит әле”, - тип ихтирам менән ипле һүҙ ҡушыуы, тегеһенең үҙенә Раббыһынан насип яртыһын күҙ ҡарашынан, һәр ымынан аңлап тороуы – күрер күҙгә ҡыуаныс, тойор күңелгә һөйөнөс инде!


Теүәл ярты быуат элек осраштырған һәм ҡауыштырған уларҙы яҙмыш.
Мәктәпте бөткәс тә фермаға эшкә барған, аҙаҡ ныҡышып, Стәрлелә кооперация буйынса алты айлыҡ курстарҙа һатыусы һөнәрен үҙләштергән Әбделмәмбәт ауылы һылыуын шунда уҡ район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә ебәрәләр.


Нәҡ ошо мәлдә әрменән яңы ғына ҡайтып төшкән Марат Байғужа улы Торсонбаев та райпоға шофер булып эшкә урынлаша. Бер күргән – таныш, ике күргән – белеш, тигәндәй, йәштәр танышып китә. Әмәлгә ярағандай, Нәфисә апайҙы, һин йәшһең, тип, Марат ағайға ултырталар ҙа ауылдар буйлап тауар һатыуға ебәрәләр.
1972 йылдың 15 ғинуарында Марат ағай һөйгәнен әйттерә, 8 мартта гөрләтеп туй яһайҙар.


“Марат Шәмсиһан тигән инәйҙә йәшәй ине. Ата-әсәһенән бик иртә етем ҡалған. Мин шул әбейгә килен булып төштөм. Мараттың туғандары мине үҙ күреп, һәйбәт ҡабул итте. Матур итеп туй үткәрештеләр. Артабан үҙ тырышлығыбыҙ менән йәшәп киттек. Марат ғүмер буйы руль артында – юлда булды. Бер-беребеҙҙе ихтирам иттек, кеше һүҙенә төшөп, бер-беребеҙҙе рәнйетмәнек, аңлашып йәшәнек. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, әммә беҙ бер-беребеҙгә ҡарата булған һөйөү-ихтирамды алдын ҡуйҙыҡ”, - ти Нәфисә апай.


Эйе, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй – бер-береңә тоғролоҡ һаҡлап, ихтирамлы, аяулы, иғтибарлы, мөхәббәтле булһаң, шул еткән!
Ошо камил бәхеткә эйә бөгөн Торсонбаевтар – 50 йыл бергә йәшәү дәүерендә береһе өсөн береһе ғәзизерәк, береһе өсөн береһе кәрәк һәм терәк!


Марат ағай 45 йыл хеҙмәт стажына эйә булһа, Нәфисә апай 40 йылға яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бынамын тигән балалар үҫтереп, уларҙы уҡытып, донъя төҙөшөп оло тормош юлына сығарған улар. Иң ололары - Ринат ике бала атаһы, Зиләләре лә ике балаға әсәй, төпсөктәре Зәлиәнекеләр өсәү. Олатай-өләсәй булыу бәхетенә өҫтәп, бүләсәр күрергә лә яҙған уларға. Балаларыбыҙ һау ғына булһындар, тәүфиҡтарын бирһен, тип кенә ултыралар.


Хаҡлы ялға сыҡтыҡ тип, өйҙә бикләнеп ултырмай Торсонбаевтар. Ҡасан ҡарама, улар йә яр буйлап парланышып саф һауала йөрөй, йә урман-ҡыр гиҙә. Быйылғы йәйҙә генә лә Шүлгәнташҡа, Аҡбуҙат һәйкәленә, Ябаҡ тауына барғандар.


Һәр нәмәлә тәртип һәм зауыҡ яратҡан Нәфисә апайҙың өй эсе, баҡсаһы тулы гөл-сәскә. Турғай осоп инмәҫлек донъяһын заманса уңайлыҡтар менән камил иткән Марат ағай.
Шулай тиң һәм бәхетле, мөхәббәтле ҡартлыҡ кисереп, бер-береһен аяп-ҡурсып йәшәй Торсонбаевтар. Ошо бәхеттәренән айырмаһын Хоҙай!

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: