Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
24 Июнь , 16:30

“Шәпәй һиңә айыу түгел...”

Бер солоҡсо әбей менән бабайҙың йәйләүенә айыу эйәләгән. Икәүләшеп дөңгөр менән ҡурҡытып ҡыуалар икән. Бер ваҡыт айыу ҡапыл әбейҙең ҡаршыһына килеп сыҡҡан да...

“Шәпәй һиңә айыу түгел...”
“Шәпәй һиңә айыу түгел...”

артҡы аяҡтарына баҫып, һуғырға ынтылған кеүек хәрәкәттәр яһап һелтәнгән һәм кире ҡасып киткән.

Был ваҡытта бабай айыуҙың артында тура килгән һәм айыу әбейенә һуҡҡан тип аңлаған. Айыҡ киткәс, ҡараһа, әбейе ағас төбөндә нисек торған, шулай ҡатып тора икән. Аҙаҡ бабай: “Әбейҙе лә йыға һуға алманы ул айыу”, - тип һөйләп йөрөгән.

Бер заман үҙе эсеп иҫереп, әбейен һуғып ебәргән һәм: “Шәпәй һиңә айыу түгел, һуҡһа, йыға һуға”, - тигән, ти. Хәҙер берәй ирҙең ажарлығын самалағанда: “Айыу түгел бит был, йыға һуғырға мужыт”, тип ҡуялар.

(М. Ҡаһарманова сәхифәһенән).

Автор:
Читайте нас в