Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
24 Июнь 2022, 11:40

Ҡабаланғанда... бала таптырып...

Ун өс бала тапҡан бер апай 9-сымы, 10-сымы балаһын тыуҙыра икән. Уның хәлен белгән күршеһе фельдшерға барып әйткән.

Ҡабаланғанда... бала таптырып...
Ҡабаланғанда... бала таптырып...

Ул заманда баланы өйҙә тапҡандар. Ҡатындар фельдшерға мөрәжәғәт итмәй аптыратҡандар, шуға ауырлыларҙы фельдшер үҙе һағалап йөрөр булған.

Был бәпесте ҡабул итеп, үлсәп, тикшереп, ҡыҫҡаһы, медицина ҡушҡандарҙы түтәп, ваҡытты һуҙып ташлаған. Ә апайҙың ире өмә яһатып йөрөй, хәҙер ашарға ҡайтырға тейештәр икән. Әсә кеше яңы тыуған сабыйын ситкә һалып тороп, тиҙ генә эштәрен тамамлайым, тиһә, фельдшер ҡыҙ һаман тейешле тәртиптәрҙе үтәтеп булыша.

Аҙаҡ апай ҡоҙоҡ буйында: “Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”, - тип фельдшерҙы әрләп тора, ти. Шул тирә халҡында, берәй көтөлмәгән эш килеп сыҡһа, “ҡабаланғанда бала таптырып йөрөйҙәр шунда” тигән лаҡап йәшәп ҡалған.

(М. Ҡаһарманова сәхифәһенән).

Автор:
Читайте нас: