«Бүләкләнеүселәр иҫәбендә — ете һәм унан күберәк балаларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ опекундар һәм попечителдәр, шул иҫәптән ете һәм унан күберәк етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр, патронат тәрбиәселәр. Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән йыл һайын республикабыҙҙа ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була. Сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған, спорт һәм ижад менән шөғөлләнгән, үҙ өлгөһөндә йәмғиәттә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ иткән ғаиләләр», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр 100 мең һум премия бирелә. Премияға һалым һалынмай, ул тулы күләмдә түләнә.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-27/bash-ortostanda-ete-balany-ata-s-en-a-armanly-s-n-mi-al-m-100-me-um-a-sa-tapshyryla-2785789