Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
24 Март 2022, 14:10

Хыялға ҡаршы

Район мәҙәниәт һарайында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Хыялға ҡаршы” спектакле күрһәтелде.  Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың балалар йортондағы етемдәр яҙмышы тураһында “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре нигеҙендә сәхнәләштерелгән спектаклгә халыҡ эркелеп килде.

Хыялға ҡаршы
Хыялға ҡаршы

 Спектаклде башҡарҙылар: Күгәрсен егете Алмаз Йосопов, Хәйбулла егете Морат Нафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаттары яҡташыбыҙ Урал Әминев, Әбйәлил егете Ринат Баймырҙин, төп ролде – Ильясты ролен уйнаған Дыуан егете Артур Кәбиров.

-Ысынлап та, социаль проблема күтәрәбеҙ, шуға күрә ошондай хәлдәр булмаһын, донъяларыбыҙ имен, тыныс, ғаиләләр бөтөн, бәхетле булһын ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Даян ролен башҡарыусы Хәйбулла егете Фәнис Рәхмәтов һәм театрҙың иң өлкән артистарының береһе Муллаян Һөйәрғоловтың бөрйәндәргә сәләмен еткерҙе.

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов театр коллективына оло рәхмәтен белдерҙе һәм яҡташыбыҙ, гастролдәр ойоштороу һәм тамашасылар менән эшләү бүлеге начальнигы Жамалова Лилиә Сәғит ҡыҙына Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Хыялға ҡаршы
Хыялға ҡаршы
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: