Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
5 Март 2022, 10:25

ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА

Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Таңһылыу Ҡарағолова башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе - балаҫ һуғыу менән бер йылдай шөғөлләнә. 

ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА

Матурлыҡ, уңғанлыҡ күрһәткесе булған, сыҙамлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән күҙ яуын алырҙай аҫалы балаҫтары менән өйөнөң һәр мөйөшөн биҙәгән.  Уларға ҡул йылыһын ғына түгел, күңел йылыһын да һалған.

 

Таңһылыу бәләкәйҙән ырғаҡ менән бәйләп, ҡурсаҡтарына, үҙенә күлдәк-кейемдәр тегә. Бибикамал өләсәһенең (атаһының әсәһе) тирүгә һуҡҡанын, әсәһенең уға еп оҙатышырға ярҙам иткәнен күреп үҫә. Әлеге ваҡытта ул балаҫ һуғыу менән «ауырый».

-Әсәйем менән өләсәйемә барып йорт ҡуяны мамығынан, кәзә дебетенән шәл, кәрәкмәгән кейемдәрҙе ҡырҡып, карауатҡа ябыу һуғып алдыҡ. Ҡыҙыҡһыныу шул ваҡытта башланғандыр инде. Әсәйемә оҡшап, апайым да ҡул эштәренә оҫта. Ул күберәк тегергә ярата, ә мин балаҫтар менән мауығып киттем, - ти Тимер ауылы ҡыҙы.

(Тулы вариант гәзиттә)

ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
ОҪТА ҠУЛДАРЫ МАТУРЛЫҠ ТЫУҘЫРА
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: