Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
11 Февраль 2022, 11:50

СИТ ЕРҘӘ ЛӘ СОЛТАН УЛАР!

Сит ерҙәрҙә йөрөһәң, матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын, тиҙәр бит. Учалыла төпләнгән Нәби ауылы егете Айсарҙың һәм уның ғаиләһенең тормошо – ошо һүҙҙәргә тоғро. Учалыла йәшәүсе шағир Рамай Ҡаһиров уларҙың ғаиләһе тураһында бик матур итеп яҙған.

СИТ ЕРҘӘ ЛӘ СОЛТАН УЛАР!
СИТ ЕРҘӘ ЛӘ СОЛТАН УЛАР!

“Бөрйән районының Нәби ауылы егете Йомағужин Айсар Зәбир улы һәм Баймаҡ районының Муллаҡай ауылы һылыуы Йомағужина (Уразгильдина) Гөлфинә Сәлихйән ҡыҙы Учалы сәнғәт училищеһын 2001 йылда бергә тамамлайҙар һәм матур ғаилә ҡороп, үҙҙәренә оҡшаған дәртле өс ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр. Дуэт, ғаилә менән бейеү конкурстарында ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулаусы ошо сәхнә йондоҙҙарын Башҡортостанда белмәгән кеше юҡтыр!
Башҡорт халҡының мәҙәниәтен алға сығарып, хатта бөтә Рәсәй бейеү конкурстарында дипломант исемдәрен яулаусы ошо йәш ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйек!

Шундай дәртле һәм һылыуһың,
Бейеү килешә һиңә.
Сағыу сәхнә йондоҙо һин -
Баймаҡ ҡыҙы Гөлфинә!
Буйың зифа, күңелеңдә
Бөтмәҫ илһам, моң-дәрт бар.
Һине бәхетле итеүсе
Тормош иптәшең Айсар!
Сәхнәләрҙе нурландыра
Һеҙҙең күңел йылығыҙ.
Бейеү серҙәрен өйрәнә
Өс һылыу - өс ҡыҙығыҙ...
Йөҙәһегеҙ пар аҡҡоштай,
Талантлыға - сәхнә тар.
Ысын әйтәм, күҙ теймәһен,
Һеҙ бит - шундай матур пар!
Шөкөр, ныҡ тап килгәнһегеҙ,
Ике тоғро аҡҡоштай.
Сәхнәләрҙән ебәрмәйсә,
Халыҡ һеҙҙе алҡышлай.
Һеҙҙең нурлы күңелдәрҙә
Ҡот-бәрәкәт, тылсым бар.
...Бәхетегеҙ ташып торһон, -
Һеҙ бит шундай матур пар!”

Афарин, йәштәр! Һәр ваҡыт шулай дәртле, ҡыйыу, матур булып ҡалығыҙ!

Автор:
Читайте нас: