Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
19 Ноябрь 2021, 12:00

БУШЛАЙ ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ

Һәр кемдең тормошонда документтарҙы анализлау, үҙеңдең хоҡуҡтарың һәм бурыстарың тураһында мәғлүмәт алыу өсөн грамоталы юрист ярҙамы талап ителгән хәлдәр булғылай. Ошо маҡсаттан адвокат конторалары булдырыла, юридик консультациялар, шәхси практикалар үткәреүсе юристар эшләй. Ләкин күп граждандарҙың үрҙә әйтелгән белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре юҡ.Әммә шулай ҙа был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бар.

БУШЛАЙ ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ
БУШЛАЙ ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ
Бөгөн Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам көнө

Һәр кемдең тормошонда документтарҙы анализлау, үҙеңдең хоҡуҡтарың һәм бурыстарың тураһында мәғлүмәт алыу өсөн грамоталы юрист ярҙамы талап ителгән хәлдәр булғылай. Ошо маҡсаттан адвокат конторалары булдырыла, юридик консультациялар, шәхси практикалар үткәреүсе юристар эшләй. Ләкин күп граждандарҙың үрҙә әйтелгән белгестәргә мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре юҡ.
Әммә шулай ҙа был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бар.
“Ғаилә” үҙәгендә аҙ тәьмин ителгән граждандар, пенсионерҙар һәм башҡа социаль яҡтан яҡланмаған кешеләр бушлай юридик ярҙам ала алалар.
Юристан түбәндәге йүнәлештәр буйынса хоҡуҡи ярҙам алыу мөмкинлеге бар:
- граждандарҙы социаль пособиелар, льготалар, субсидиялар буйынса консультациялау;
- социаль-хоҡуҡи һорауҙар буйынса консультациялау (граждандар, торлаҡ, ғаилә, хеҙмәт, пенсия, енәйәт ҡануниәте, инвалидтарҙың хоҡуҡтары һәм башҡалар, мәҫәлән, торлаҡ алыу өсөн иҫәпкә тороу тәртибе, эштән бушатылған осраҡта хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары, атайлыҡты билдәләү тәртибе, мираҫты законлаштырыу һ. б. буйынса);
- ғаризалар һәм дәғүәләр төҙөүҙә ярҙам. Мәҫәлән, судтың алимент түләттереү тураһындағы бойороғон тапшырыу тураһындағы ғариза, никах тарҡатыу тураһындағы дәғүә ғариза;
- эшкә урынлашыу, паспорт, мотлаҡ медицина страховкалау полисы һәм башҡа юридик көскә эйә булған документтар алыу өсөн кәрәк булған документтарҙы йыйыуҙа ярҙам итеү.
Әгәр ҙә һорауҙарығыҙ булһа, “Ғаилә” үҙәгендә Оксана Алтынбаева ҡабул итә.
Адрес: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 7-се кабинет.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 3-66-74.
 
БУШЛАЙ ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ
БУШЛАЙ ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛӘ
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: