Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
9 Сентябрь 2021, 09:15

БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!

...Сит ерҙәрҙә йөрөһәң, матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын, тип йырлайҙар бит. Байғаҙы ауылы ҡыҙы Мәҙинә Рәхмәтуллина (Дауытова) шуны раҫлап йәшәй. Тормош юлдашы вафат булғас, балалары менән яңғыҙ ҡалған Мәҙинә үҙенең икенсе яртыһын алыҫ Бишбүләктә тапҡан. Байғаҙыла ҡамыр аштарына оҫта, ғөмүмән, уңған хужабикә булып танылған Мәҙинә ҡырҙа ла һынатмай икән. Хатта тас Бөрйәнсә генә итеп ҡорот та эшләп аптыратҡан әле ул яҡтарҙы. Был турала Бишбүләк районында сығыусы “Дим буйҙары” гәзитендә бына нимәләр яҙғандар...

“Ауыл иртәһе һәр көн көтөү ҡыуған тауыштар менән башланып китә. Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Мәҙинә һәм Нурфаяз Исламовтар йортоноң да ҡапҡаһынан сыҡҡан ишле мал-тыуар ауыл урамын иңләп килгән көтөүгә ҡушыла.
- Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамай донъя көтөп булмай. Ете баш мал көтөүгә йөрөй, уларҙан тыш башмаҡ-быҙауҙар бар, – ти асыҡ йөҙлө хужабикә. - Ауыл ерендә эш юҡ, шуға ла үҙ хужалығыбыҙ менән көн итәбеҙ. Йыл да ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ: яҙҙан алған 50 бройлерҙың бер аҙы бар әле, 50 ҡаҙ бәпкәһе инде һуйырлыҡ булып килә.
Әйтеүемсә, мал-тыуарҙы күп аҫрай улар. Ә бит йәй буйына аҙығын әҙерләргә, таңдан тороп һыйырҙарҙы һауырға, көтөүен ҡыуырға, шулай уҡ көтөү сиратын үткәрергә лә кәрәк. Был мәшәҡәттәр Исламовтар өсөн көндәлек ғәҙәткә әйләнгән инде.
Бесән әҙерләүгә килгәндә, хужалар ҡышҡа тыныс күңел менән керә - мал аҙығы етерлек тупланған. Ишек алдында төргәге менән өйөлгән рулондар тора. Бындай хужалыҡ эштәрендә Бәләбәйҙәге башҡорт гимназияһында уҡыусы улдары Нияз да - ҙур ярҙамсы.
- Үҙемдең техника булғас, бесән әҙерләү улай мәшәҡәтле түгел. Былтыр 150 рулон әҙерләһәм, быйыл йыл ҡоро килгәс, бесән яғы наҡыҫ, шулай ҙа 50 төргәк булды. Бынан тыш, фураж да һатып алабыҙ, әле үк, көтөүҙән ҡайтҡан малдар алдына алданырлыҡ бирәбеҙ, - ти шәхси хужалыҡ тотоусы Нурфаяз Нурғәли улы.
Белеүебеҙсә, ауыл халҡының мәшәҡәттәре йыл әйләнәһенә бөтәһе түгел. Мәҙинә Фәрит ҡыҙы ла һыйыр һауыуҙан бушап торғаны юҡ: берәүҙәрен ташлатыуға, икенселәре быҙаулай тора.
- Кискеһен көтөүҙән ҡайтҡан малдар иркен кәртәлә һыу эсә, шунан һыйырҙары һауыу өсөн һарайға керетәбеҙ. Улар өйрәнеп бөткән инде, үҙ урындарын белә, - ти, хужабикә һәр һыйырға үҙ ҡушаматы менән өндәшеп. - Ике йыл элек тигән электр менән һауыу аппараты алдыҡ. Иртәле-кисле һауғандан һуң, ҡалған һөттө ҡул менән һауып алам. Хәҙер инде йәйгегә ҡарағанда, һөт күпкә кәмене.
Һыйлы көнөң һыйырҙа тигәндәй, хужаларҙың табынынан һөт-ҡатыҡ, яңы айыртылған ҡаймаҡ, эремсек өҙөлгәне юҡ. Мәҙинә көн һайын дүрт һыйырҙың һөтөн айырта, унан тағы көндәлек аҡты эшкәртеп кенә өлгөр. Ҡоротто ла һәр кем үҙенсә яһай. Халҡыбыҙҙың был шифалы ризығының киң дауалау үҙенсәлеген барыһы ла хәҙер яҡшы белә. Уңған хужабикәнең иһә үҙ рецебы: сепараторҙан үткәрелгән һөткә ҡатыҡ һалып ойота. Артабан әсегән ҡатыҡты бер өҙлөкһөҙ шапырып тора, унан инде тоҡҡа һалып һарҡытырға ғына ҡала.
- Хәҙер ауылда өлкән йәштәгеләр күп, улар һөт ризыҡтарын һорап үҙҙәре шылтырата. Ҡорот, эремсек, ҡаймаҡты теләп алалар, ҡыҙыл эремсекте яһау мәшәҡәтлерәк, шуға күрә уны һирәгерәк яһайым. Ҡышҡыһын бигерәк тә тәмле, сифатлы ауыл майын һораусылар артҡандан-арта, һөт тә китеп кенә тора,- ти ул.
Ҡайһы берәүҙәр “бесән-фуражды ла һатып алғас, мал тотоуҙың файҙаһы юҡ”, тип зарланалар. Исламовтарҙың төп табышы шунан булғас, малҡайҙарыбыҙ иҫән-һау ғына була күрһен, тип теләйҙәр”.

Сит ерҙәрҙә лә солтанбикә булып йөрөгән Мәҙинә Фәрит ҡыҙына именлек, уңыштар теләйек.

БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!
БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!
БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!
БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!
БӨРЙӘН ҠЫҘЫ БИШБҮЛӘКТӘ ЛӘ УҢҒАН БУЛЫП ТАНЫЛҒАН!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: