Ҡамыр өсөн: 1 стакан йылы һөт, 3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 100 г аҡ май, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 15 г «люкс» сүпрәһе.
Тәүҙә әҙ генә һөткә 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он, 15 г самаһы сүпрә һалып ҡабартып алырға, аҙаҡ ҡалғандарҙы ҡушып ҡамыр баҫырға. 1 сәғәт йылыға ҡуйып ҡабартырға.
Табаға ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә, өҫтөнә сейә һалырға һәм тәменә ҡарап шәкәр өҫтәп, магазин ҡаймағына 2 йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойоп, 180 градуслы мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға.