Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Июнь 2020, 15:00

МӨҒЖИЗӘНЕ ҮҘҘӘРЕ ТЫУҘЫРАЛАР...

Бәйән итер тарихым алыҫ Себер тарафтарынан ҡайтып, ауыл ерендә йәшәргә йөрьәт иткән, Ырғыҙлы ауылын үҙ итеп, ерегеп йәшәп китеүсе һоҡланғыс ғаилә - Александр һәм Фәниә Рудаялар хаҡында.Фәниә апай үҙ йәшенән күпкә йәш күренгән дәртле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, аралашыуға бик ихлас, күркәм ханым. Ире Александр Викторович, әйтерһең, ғүмер буйы ауылда йәшәгән - донъяһын сынъяһау итеп үҙе төҙөгән.

Бәйән итер тарихым алыҫ Себер тарафтарынан ҡайтып, ауыл ерендә йәшәргә йөрьәт иткән, Ырғыҙлы ауылын үҙ итеп, ерегеп йәшәп китеүсе һоҡланғыс ғаилә - Александр һәм Фәниә Рудаялар хаҡында.
Фәниә апай үҙ йәшенән күпкә йәш күренгән дәртле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, аралашыуға бик ихлас, күркәм ханым. Ире Александр Викторович, әйтерһең, ғүмер буйы ауылда йәшәгән - донъяһын сынъяһау итеп үҙе төҙөгән. Уларҙың заманса йыһазландырылған, ҡала шарттары кеүек уңайлыҡтар булдырылған бихисап бүлмәле ике ҡатлы йортон байҡап сыҡҡандан һуң, ғаилә башлығының оҫта ҡуллы, егәрле хужа икәнлегенә инандыҡ.
Йорт тирәһе, ишек алды хужаларҙың тырышлығы менән ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡҡа күмелгән. Баҡсала емешеләк, йәшелсәләрҙең үҫмәгән төрө юҡ, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Ишек алдындағы таҙалыҡ, бөхтәлек, тәртип менән эшләнгәнбаҡса түтәлдәре, һандыҡ кеүек асылмалы ыҡсым теплицалар, баҡсаның төрлө урындарында урын алған хайуан һындары биләмәгә айырым бер зауыҡ өҫтәй. Ейәндәренә уйнарға тип бәләкәй өй, ағастан эшләнгән һындар менән айырым мөйөш булдырылған. Ауыл хакимиәте үткәрәсәк ихаталар конкурсында ла ҡатнашырға уйҙары юҡ түгел. Ырғыҙлыға күсеп килгәс, был ғаиләлә бер йола йәшәй башлаған - һәр йәй балалары атай-әсәй йортона йыйылырға тырыша. Быйыл ҡышҡы каникулдарға ҡайтып, ишек алдына шыршы ҡуйып, ҡарбоҙҙан төрлө һындар эшләп, гирляндалар менән биҙәп, ейән-ейәнсәрҙәренә ысын мәғәнәһендә тылсымлы мөхит булдырып, мөғжизәле байрам ойошторғандар.
Йәй башында ишек алдында үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре һәм күрше балалар өсөн һабантуй үткәргәндәр. Фәниә апай ихата эсендә үҙенең ҡул эштәренән күргәҙмә лә ҡуйған.
Тыумышы менән Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙы Ырғыҙлы мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң Төмән өлкәһендә училищела уҡый. Уны бөткәс, йүнәлтмә буйынса йәш эшселәр ҡалаһына – Надымға эшкә ебәрелә. Унда төҙөлөш заводының ашханаһында ашнаҡсы булып эш башлай.
Армиянан ҡайтҡан йәш егет Александр шул заводҡа эшкә урынлашҡан була. Ашханаға барып ингәс тә һылыу башҡорт ҡыҙына иғтибар итә һәм бер күреүҙән ғашиҡ була.
-Беҙ ике яҡлы вагондарҙа йәшәнек. Бер яғында Фәриҙә исемле апай һәм уның ҡарамағындағы йәш ҡыҙҙар, икенсе яғында шулай уҡ бер өлкән кеше – Аня апай һәм беҙ, йәш ҡыҙҙар.
Бер кистә Саша килгән дә вагондың ишеген туҡылдата. “Кем кәрәк?”, - тибеҙ. - Фая, - ти был. – Хотел познакомиться!
Беҙҙең Аня апайыбыҙ, күрше Фәриҙә апай менән танышырға килгән, тип аңлап, вагондың ишеге менән яңылышыуын аңғартты.
- Юҡ, - ти был. - Миңә ошо яҡта йәшәгәне кәрәк.
Баҡтиһәң, минең менән танышырға килгән икән, - тип Фәниә ханым матур иҫтәлектәре менән бүлеште.
Украин егете Александр менән шулай танышып китәләр. Дуҫлашып йөрөп, 1980 йылда Украинала туй үткәрәләр. Унан кире Надым ҡалаһына барып эштәрен дауам итәләр.
-Башҡорт сәйһеҙ йәшәй алмай, тигәндәй, гел сәй эсә инем, ә Саша сәйгә битараф. Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһендә, унда емеш-еләк күп үҫкәс, компот, морс эсәләр. Ҡәйнәм миңә:“Нишләп Сашаға сәй эсерәһең?” – ти. Эштә йөрөгәс, арыта, һыуһата, шуға сәй эсеп, Сашаны ла өйрәтеп бөткәнмен.
Бер барғанда сәй эсергә һорағас, ҡайҙалыр сәйнүк бар ине, тип сарҙаҡҡа менеп китеп, күптән ҡулланмағанлыҡтан саңланып бөткән бер сәйнүк килтереп сығарҙылар.
Ҡырҙа йәшәгәндә әсәйем бешергән ҡоймаҡты ныҡ һағына торғайным. Төрлөсә бешереп ҡарайым, тәме тел осонда ҡалған, әммә элеккесә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Миңә ҡоймаҡ бешерегеҙ әле, тип ҡәйнәмде аптыратып бөтә инем. Уның да ҡоймағы мин теләгәнсә килеп сыҡмай. Шулай тырыша торғас, төшөнөп алдым, - тип беҙҙе башҡорт ҡоймағы менән сәй эсергә саҡырҙы егәрле хужабикә.
- Өс балабыҙ булды. Ике малай, бер ҡыҙыбыҙ. Сережа Красноярск ҡалаһында, Витя – Төмәндә. Ғаиләләре бар. Ә ҡыҙыбыҙ Танечка беҙҙең йәшлек йылдарыбыҙ үткән Надым ҡалаһында йәшәй. – Фәниә апай сәй табыны артында ла шулай үҙҙәре менән таныштырыуҙы дауам итте. Әйткәндәй, ҡыҙҙарының да ире украин, яҙмыш ҡушыуы буйынсалырмы, ата-әсәһе кеүек, улар ҙа Надымда танышҡандар. Таняның сәйерерәк мауығыуы ла бар икән - балыҡ тотоу, ире менән һунарға йөрөү.
- Ҡош-ҡортҡа, ҡабанға һунар итәбеҙ. Миңә был шөғөл бик оҡшай, - ти Таня. Ул үҙе шәхси эшҡыуар.
-Әсәйем, атайым янында булыу, улар менән кәңәшләшеп алыу миңә рухи көс бирә. Бергә булғанда үҙемде бала саҡтағы һымаҡ тоям, - тип өҫтәй ул.
Ысынлап та, эш өҫтәлендә йөҙләгән элементтан торған пазл йыйылып ята, стенала мамыҡ һәм елем ҡатнашмаһы менән әүәләп эшләнгән ҡурсаҡтары элеүле тора. Ауыл балаларын ошондай ысул менән ҡурсаҡтар эшләргә өйрәтергә ине, тип хыяллана ул. Үҙенең ҡыҙы Арина ла төҫлө махсус пластилиндан төрлө һындар эшләй. Бәләкәс Лев та аптырап тормай, олатаһы биргән таҡталарға сөйҙәр ҡатып, шөрөптәр бороп бөткән.
- Башҡортостанға ҡайтып, өс көндәй генә булам да, кире илай-илай китә инем. Оҙаҡҡа ҡайтып булмай, сөнки туғандарымдың үҙҙәренең ғаиләһе, балалары, ейәндәре бар. Миңә кешене бимазалап йөрөү уңайһыҙ. Ғәҙелгәрәй, Ырғыҙлы төштәремә инеп күңелде болоҡһота торғайны. Балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Бөрйәнгә килгән һайын Саша бындағы тәбиғәткә һоҡланып, бындағы йәшәйеште оҡшатып ҡайта ине. Украинаға барғас, Башҡортостанды маҡтап һөйләй торғайны. “Хаҡлы ялға сыҡҡас, бында килеп йәшәрбеҙ”, - тине.
Мин көлдөм, ышанманым. Тәүҙә, ярай, йәшәп ҡарарбыҙ ҙа, оҡшамаһа кире китербеҙ, тип уйланым. Ере менән иҫке генә йорт һатып алдыҡ. Отпуск ваҡыттарында шунда ҡайтып йәшәнек. Кешенең өйөнә барып инһәм, өйҙәренән тәмле генә ағас еҫе сыға, тын алыуы рәхәт кеүек. Шунан беҙ ҙә яңы өй төҙөргә булдыҡ. “Исмаһам, сөй ҡата беләме?” - тип Сашанан көләләр ине тәүҙә. Аллаға шөкөр, бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән эшләне. Ялдарға ҡайтҡан һайын шулай яйлап төҙөндөк. Өйҙө күтәргәндә ярҙам иткән туғандарға рәхмәтлебеҙ. Йәшәгәнебеҙгә хәҙер 5 йыл булып китте, - ти Фәниә ханым.
Тормош иптәше Александр Викторович тәү килгәндән Бөрйән тәбиғәтенә ғашиҡ була, бындағы йәшәйеште, кешеләрҙе оҡшата.
Фәниә апай башта Бөрйәнгә ҡайтҡыһы килеп илаһа, йәшәй биргәс, кире киткеһе килә башлай. Таныштарын, туғандарға әйләнеп бөткән дуҫтарын һағына, ә бында йүнләп аралашҡан кешеһе лә булмай.
-Яйлап кеше барыһына күнә икән. Ауылда төпләнгәс, күп нәмәгә өйрәндем. Баҡса үҫтерергә, йәшелсә сәсергә ҡурҡа инем. Ауылдан йәшләй генә сығып киткәс, сәсеп ҡарағаным юҡ ине. Орлоҡ сәсәм дә, был нишләп һаман сыҡмай, тип борсолоп, ерҙе соҡоп бөтә инем.
Күп үҫентеләрҙе Төмәндән алып ҡайттыҡ. Ятыраҡ үҫемлектәрҙән жимолость, ҡара ағас еләге, сәтләүек, кедр, ҡыҙыл муйыл, ҡара сейә үҫтерәбеҙ. Бөрйән ерендә нимә үҫә, шуларҙы үҫтерергә тырышабыҙ. Ауылдаштар менән дә бүлешәбеҙ. Кемгә нимә кәрәк, бушлай биреп ебәрәм. Ҡышҡылыҡҡа турамалар әҙерләргә өйрәндек. Тауыҡтар тота башланыҡ. Ҡаҙ ҙа алып ҡараныҡ, - ти улар.
Егәрле хужабикә башкөллө бирелеп ауылса донъя көтә, баҡса үҫтереү серҙәренә өйрәнә. Мәҫәлән, баҡса еләге араһына һарымһаҡ ултыртып сыҡһаң, бөжәктәр, ҡый үләндәре булмай икән.
Тағы бер шөғөлө бар Фәниә апайҙың – ҡурсаҡтар коллекцияһы йыйыу. Өйөндә әлеге ваҡытта 40 ҡурсағы бар. Ҡурсаҡтарға тегеп йә бәйләп костюмдар кейҙерә. Араһында төрлө милләт костюмдары ла бар. Үҙе әсәй булған ҡыҙының уйнап үҫкән ҡурсаҡтары әле лә матур костюмдарҙа коллекция биҙәге булып ултыралар.
Фәниә апай ауыл клубында ололарға һәм балаларға оҫтабикәләр түңәрәге асып ебәргән. Дәртле ханым балаларҙы өйөнә саҡырып алырға ла иренмәй. Уларға бәйләү, тегеү серҙәрен өйрәтә, улар менән бергәләп бешеренеп, аҙаҡ тәмле сәйҙәре менән һыйлап сығара. Ҡышын ат сабыштарына сергетыштар эшләүҙә ҡатнашҡан.
Был матур ғаилә спорт менән дә дуҫ. Әйтәйек, ҡаршылағы бейек тауға көн дә менеп төшөү генә лә әллә күпме физик күнегеүҙәрҙе алыштыра ала.
-Ырғыҙлыға килгәс, мәрйә, тиҙәр ине. Әммә мин бер ҡасан да башҡорт икәнлегемде йәшермәнем, мин - башҡорт, тип ғорурланып әйтә инем. Ауылға ҡайтһам, башта башҡортса һөйләшергә оялып бер булдым, дөрөҫ әйтмәһәм, көлөрҙәр кеүек ине. Шуға, башҡорт телен онотоп ҡуймайым, тип, ҡырҙа йәшәгәндә үҙ телемдә хаттар яҙҙым. “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Башҡортостан” гәзитен алдырҙым. Ҡыйын булып китһә, ҡысҡырып уҡый инем, - ти Фәниә апай. Себер яҡтарында йәшәп, башҡортса гәзит-журналдар алдырып уҡыған милләттәшебеҙгә афариндан башҡа ни тип әйтәһең инде?!
Әйләнеп сыҡмалы һоҡланғыс донъяларын, баҡсаларын байҡап, ихласлыҡтарына ысын күңелдән һөйөнөп, ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ дәртле, уңған, алсаҡ, башҡортҡа хас ҡунаҡсыл ғаилә менән танышыуыбыҙға ифрат ҡыуанып ҡайттыҡ. Ысын-ысындан донъяны йәмләп йәшәй Рудаялар ғаиләһе!
Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: