Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
30 Апрель 2019, 12:17

Йөрөгән аяҡ мал таба

Йөрөгән аяҡ мал таба, ятҡан аяҡ ял таба, тип белмәй әйтмәгән боронғолар: эш юҡ, эш юҡ, тип зарланырға яратһаҡ та, ауыл кешеһенең эшһеҙ торғаны ла юҡ. Эйе, йыл әйләнәһенә бөтмәҫ донъя, кәртә-ҡура эше ҡулға шығырлатып аҡса тоттормаһа ла, үҙе бер бол, үҙе бер капитал.

Ауылдарҙа яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килгәнен, заманса, ҡаласа шарттар булдырылған ҙур өйҙәр ҡалҡҡанын күреп, күҙ ҡыуана, күңел күтәрелә. Нимә генә тиһәк тә, йәштәр йәшәй белә хәҙер, матур йәшәргә ынтыла. Ошо ғына сифаттары ла хуплауға лайыҡ.
Яңы Монасипта ла бихисап ундай ғаиләләр. Мәҫәлән, ауыл ситендәге матур йортта йәшәүсе Яхиндарҙы ғына алайыҡ. Ләйсән Факил ҡыҙы – уҡытыусы, өй хужаһы Заһир Таһир улы – эшҡыуар. 2004 йылда ике ярсыҡтан бер бөтөн булған йәштәр 2008 йылда 8х8 өйҙәренә сығыуға өлгәшкән.
- Хәҙер был өй ҙә тар кеүек, балалар ҙурая – төкәтмә кәрәк, - ти сымыры донъяһын гөл итеп тотҡан уңған хужабикә.
Хәҙер инде балалар ҙа ҡул аҫтына инеп килә: Ләйлә - етенселә, Гөлнар өсөнсөлә уҡыһа, кескәй Айназ өс йәшен тултырған. Ауыл кешеһенә хас булғанса, мал көтә, күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерә Яхиндар. 2016 йылда йорттарына газ индергәндәр.
Эйе, эш юҡ, тип көйһөҙләнеп ултырырға һис кенә лә ваҡыттары юҡ йәштәрҙең. бынауындай оло-ғара донъяны көтөргә, балаларҙы матур итеп тәрбиәләргә, алға ҡуйған пландарын ысынбарлыҡ итергә өлгөрөргә кәрәк. Иң мөһиме, уларҙың ошоға ниәте, теләге бар.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: