Илшат һәм Римма Хисаметдиновтар Әбделмәмбәт ауылындағы күркәм ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың татыу ғүмер итеүҙәренә быйыл 15 йыл була. Бер-береһен аңлап, килешеп йәшәгәндәре тәү күреүҙән, һөйләшеүҙән беленеп тора.
- Йәш ғаиләләр бер-береһенә 7 йыл өйрәнә, тиҙәр бит, беҙ ул юлды үттек, бер-беребеҙҙе бер ҡараштан аңлайбыҙ, беребеҙ ут булһа, икенсебеҙ баҫылып тора, - тип ғаилә татыулығы серҙәре менән бүлешеүсе Хисаметдиновтар хаҡында гәзиттең бөгөнгө һанынан уҡығыҙ.