Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Март 2019, 12:50

Бәхеттәре игеҙәк!

Һөйөнсө, райондаштар! Ҡыуандырырлыҡ хәбәр еткерергә ашығабыҙ – Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Ильяс һәм Лена Шәриповтарҙың ғаиләһендә өс игеҙәк сабый донъяға килде: 4 март көнө өс балалы ғаиләнең ырыҫын, бәхетен арттырып, бер ҡыҙ бала һәм ике ир бала донъяға күҙен асты. Уларға Гүзәл, Дим, Айҙар тигән матур исемдәр биргән бәхетле атай менән әсәй. Быға тиклем ғаиләлә үҫеп килгән 11 йәшлек Динара, 9 йәшлек Тимур һәм 7 йәшлек Лия, шулай итеп, бер юлы өс туғанлы булды. Хәҙер балалар балансы теүәл: өс ҡыҙ һәм өс малай!

Был тотош республикала быйылғы йылда тәүге өс игеҙәк икән. Айҙар ғаиләһен етеш йәшәтеү ниәте менән быға тиклем Санкт-Петербург ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Ғаиләһе өс игеҙәк менән тулыланасағы хаҡында белгәс, йәнә әсә кеше игеҙәктәр тыуғанға тиклем тиерлек дауаханала ятырға тейеш булғас, эшенән сығып, ауылға ҡайтҡан.
Лена декрет ялына сыҡҡанға тиклем Яңы Мөсәт мәктәбендә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләгән.
Сабыйҙарҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын гражданлыҡ акттарын теркәү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Гөлсәсәк Дауытова менән Гөлдәр Уразаева атай кешегә тантаналы шарттарҙа тапшырҙылар. “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Юлиә Бәхтиәрова ла изге теләктәрен еткерҙе. Бәхетле ғаиләгә бүләктәр ҙә әҙерләнгән ине.
“Мине фотоға төшөрәһегеҙ, бүләктәр бирәһегеҙ. Быларға Лена хаҡлы инде ул. Миңә уңайһыҙ бит әле”, тип ыуаланған атай менән һаубуллашып сыҡҡас, был һүҙҙәрҙең асылы аңға нығыраҡ барып еткән һымаҡ булды - бүләктәрен ҡулдарына нисек һыйҙырырға белмәй аптыранған атайҙы машинабыҙға ултыртып, ауылға - 6 балаға ғүмер бүләк иткән әсә һәм бәләкәстәр янына елдерҙек...
Бәхеттәре өс тапҡырға, ғаиләләре бер көндә өс кешегә артҡан Шәриповтарға именлек, бәләкәстәрҙең имен-һау үҫеп, ата-әсәһен тик шатландырып ҡына йәшәүен теләйек.
Т. Баһауетдинова.
Читайте нас: