Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
1 Март 2019, 13:53

Балалы өйҙән нур китмәҫ

Мораҙым ауылында йәшәүсе Рәсүл һәм Фирүзә Тулыбаевтарҙың яҙмыштарын уртаҡ итеп йәшәүҙәренә 25 йыл. Ата-әсә өсөн балаларының янында булыуҙары оло бәхет. Ҡышҡы оҙайлы ялдар ваҡытында 5 балалары ла ата-әсә ҡанаты аҫтына йыйылған. Өлкәндәре Заһир Өфөлә төҙөлөш бригадаһында эшләп йөрөй, Ғәзимдәре ауыл пилорамына эшкә төшкән. Өлкән ҡыҙҙары Зәлифә 9-сы синыфтан һуң Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының 1-се курсында уҡып йөрөй, программист һөнәрен үҙләштерә. Ауыл мәктәбенең 8-се синыфында уҡыған ҡыҙҙары Рәсимә төрлө олимпиадаларҙа, баскетбол, волейбол буйынса спорт ярыштарында ҡатнашып, миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары яулай. Кинйәкәйҙәре Рәйзәнә 5-се синыфта белем ала. Ул да өлкән апайҙары кеүек 4-5-кә генә уҡый, мәктәп тормошонда ла әүҙем.

Йәшәй-йәшәй һәр ғаиләнең үҙ традициялары барлыҡҡа килә. Тулыбаевтар ғаиләһендә, мәҫәлән, Яңы йыл байрамдары алдынан балалар менән бергә ҡарҙан һындар эшләү күптән матур ғаилә йолаһына әйләнгән. Быйыл иһә улар тотош урам халҡы менән бергәләшеп балалар өсөн ҡыш байрамы ла үткәргәндәр.
Балаларын уҡытып, кеше итәйем тип тырышҡан ауыл кешеһе, нигеҙҙә, мал көсөнә таянып йәшәй. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡортто тәрбиәләү иртә таңдан башланып, ҡараңғы төшкәс тә бөтмәй әле.
Фирүзә 5 һыйырының ағын эшкәртеп, баҙарҙа ҡорот, ҡаймаҡ, һөтөн һатып, ғаилә бюджетын тулыландырырға тырыша. Ойоҡбаштар, тәпешкәләр ҙә бәйләп, һатыуға ҡуя. Интернеттан ҡарап, түшәк, ҡорама тегеү серҙәренә үҙ аллы өйрәнә, ҡыҙҙары менән бергә сағыу селтәр-түшелдеректәр тегеү менән дә мауыға. Уңған хужабикә ғаиләһен тәмле ризыҡтан өҙмәй. Тырышып, тир түгеп тапҡан үҙ ризығыңа ни етә? Быйыл улар 40-лап бройлер, ҡаҙ, өйрәктәр үҫтергән.
- Мал ҡарау күбеһенсә иптәшем иңендә. Әрмелә ҡулын имгәтеп ҡайтҡан ине, йылдар үтеү менән был үҙен белдерҙе. Шулай ҙа бар хужалыҡ эштәрен үҙе алып бара. Ағас эше менән мауыға, ултырғыс, өҫтәл кеүек өй йыһаздарын, атҡа сбруйҙар ҙа эшләп ҡуя, арҡан да ишә, ғөмүмән, белмәгән эше юҡ, - ти ире тураһында Фирүзә Фәрит ҡыҙы.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра икәнен яҡшы аңлай Тулыбаевтар. Мал көсө менән алынған техникаларында йәйгеһен күпләп бесән эшләп ҡалырға тырышалар. Пай еренең 4 гектар майҙанында һоло сәсәләр, ҡалғанын сабынлыҡ иткәндәр. Әлбиттә, тырышлыҡтары бушҡа булмай - малдарынан артҡанын һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыралар. Иң мөһиме, үҙ көсөнә ышанған, уңған ғаиләләрҙә эш менән тәрбиәләнгән балаларҙың киләсәге лә ышаныслы.
- Балаларымды иркәләп-яратып ҡына торам, әммә ҡайһы ваҡыт шуҡлыҡтары өсөн шелтәләргә лә тура килә. Ә былай тыңлаусандар, бер-береһенә иғтибарлы булып үҫәләр, - ти балаларҙан башҡа бәхетен күҙ алдына килтермәгән күп балалы әсә.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: