Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Февраль 2019, 12:50

Атылдығыҙ йондоҙ булып...

Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрем хаҡында яҙыу ниәте менән ҡәләмгә тотонор алдынан бик оҙаҡ уйландым, бала саҡ, атай-әсәйле саҡ хәтирәләрен аҡтарҙым, ғүмеремдең бер хәсрәтһеҙ бәхетле миҙгелдәренә күңелдә генә булһа ла ҡайтып әйләндем... Был күңел сәйәхәтемдең маҡсаты - бер-береһен күҙ ҡараштарынан, ым-ишараларынан аңлап, һөйөү һәм мөхәббәткә ҡоролған ғаиләләрендә балалары, туғандары, дуҫтары өсөн йән атып йәшәгән ҡәҙерле кешеләрем хаҡында яҙыу.

Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрем хаҡында яҙыу ниәте менән ҡәләмгә тотонор алдынан бик оҙаҡ уйландым, бала саҡ, атай-әсәйле саҡ хәтирәләрен аҡтарҙым, ғүмеремдең бер хәсрәтһеҙ бәхетле миҙгелдәренә күңелдә генә булһа ла ҡайтып әйләндем... Был күңел сәйәхәтемдең маҡсаты - бер-береһен күҙ ҡараштарынан, ым-ишараларынан аңлап, һөйөү һәм мөхәббәткә ҡоролған ғаиләләрендә балалары, туғандары, дуҫтары өсөн йән атып йәшәгән ҡәҙерле кешеләрем хаҡында яҙыу.
Улар – Әхәт Шәмсетдин улы һәм Сәкинә Яңыбай ҡыҙы Хәлитовтар. Ҡәҙерлеләребеҙҙең бала сағы Монасип ауылдарында (халыҡ телендә әйткәндә, Һарт, Мишәр) үтә. Һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә уларҙың бала һәм йәшлек мәлдәре. Атайыбыҙ - 1934 йылғы, әсәйебеҙ 1938 йылғы инеләр. 1957 йылда ике йәш йөрәк яҙмыштарын яҙмышҡа бәйләп, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Матур итеп йәшәп китә улар. Бер ваҡытта ла зарланмай, бер эштән дә ҡурҡмай, үҙҙәренең тырышлыҡтары менән донъяларын ырыҫлы итеп, һәр яңы көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп ауылдың өлгөлө ғаиләләре рәтендә көн итә улар.
Атайым Әхәт Шәмсетдин улы 4 класс ҡына белемле булһа ла, аҡыллы, отҡор булғаны, кеше менән эшләй, уларҙы ойоштора белгәне өсөн, уға етәкселек эштәрен ышанып тапшыралар: бригадир, звено етәксеһе, ферма мөдире кеүек эштәрҙе намыҫ менән башҡара. Тыныс холоҡло, ғәҙел, эшенә яуаплы булды ул. Күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, ауыл кешеләренең уны яҡшы яҡтан ғына иҫкә алыуы – һүҙемә ҡеүәт.
Әсәйем Сәкинә Яңыбай ҡыҙы ла әүҙем тормош алып барҙы, балаларын кеше итеп үҫтереү, уларҙы белемле итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Икмәк бешереүсе, мәктәптә йыйыштырыусы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләне. Төрлө йәмәғәт сараларының да уртаһында ҡайнаны.
Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы 7 бала донъяға килә. Атайым менән әсәйем һәр балаһы уҡып кеше булһын, кәрәкле һөнәр алһын өсөн ныҡ тырыштылар. Беҙ ҙә, балалар, ҡәҙерлеләребеҙҙең өмөттәрен аҡларға тырыштыҡ. Тик үҙҙәренең генә ғүмерҙәре ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа булды. Балҡып йәшәнеләр ҙә, атылған йондоҙ һымаҡ юҡ булдылар. Әгәр ҙә иҫән булһалар, атайға ошо көндәрҙә 85, әсәйгә 81 йәш тулыр ине... Донъя менән бәхилләшкәндәрендә атайға – 47, әсәйгә 46 ғына йәш булған... Мәңгелек йорттары тыныс булһын.
Атай менән әсәй бер-бер артлы киткәс, ҡанаттарыбыҙ ҡайырылһа ла, бирешмәнек, уларҙың өмөттәрен аҡлап, матур итеп йәшәргә тырыштыҡ.
Иң өлкәнебеҙ - Гөлсирә апай 1958 йылғы. Әле Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәй. Иптәше Ғәйнулла менән 4 бала үҫтереп, һәр ҡайһыһына юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Ҡыҙҙары ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында ата-әсә ышанысын аҡлап, матур итеп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Ҡәҙерлеләрен өләсәй-олатай ҙа иттеләр.
Гөлсирә апайыбыҙ, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, үҙенән кескәй туғандарына әсәй урынында булды. Уға бик рәхмәтлебеҙ.
Икенсе апайыбыҙ Сәмәрә бөгөн Иҫке Собханғол ауылында йәшәй. Уның 4 улы, 1 ҡыҙы бар. Сәмәрә апай спорт менән мауыға, гер күтәреү буйынса чемпион. Көслө рухлы, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк, таяныс булып йәшәүсе өләсәй ҙә.
Өсөнсөбөҙ – Ғайса ағай. Ул күңеленә ятҡан һөнәренә эйә булып, оҙаҡ йылдар тырышып эшләне. Әлеге ваҡытта район хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе. Ғаиләһендә еңгәйебеҙ Йомабикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы менән ике ул үҫтерҙеләр. Улдары хәҙер башлы-күҙле. Олатай-өләсәй булып ҡыуанып йәшәйҙәр.
Мин – ғаиләлә дүртенсе баламын. Мәҡсүт ауылында йәшәйем. 32 йыл ғүмеремде яратҡан һөнәремә – уҡытыусылыҡ эшенә бағышланым. Иптәшем Мөхәрләм менән 2 улға ғүмер бирҙек. Улдарым үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәр алып, эшләп йөрөйҙәр.
Бишенсебеҙ Флүзә Байғаҙыла йәшәй. Күп йылдар мәктәптә ашнаҡсы булып эшләне, әле магазинда һатыусы. Кейәүебеҙ Ғаян менән бер ул үҫтерҙеләр. Тырышып, матур итеп донъя көтәләр.
Алтынсыбыҙ Әҡсән Иҫке Монасипта ғүмер итә. “Урал” ФОК-ында оператор булып эшләй. Миңһылыу килен менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Әлиә табип буласаҡ.
Етенсебеҙ – төпсөгөбөҙ Инсур атай нигеҙендә, төп йортта йәшәй. Ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Зөлфирә киленебеҙ менән 2 ул, 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Атай нигеҙенә ҙур, матур йорт һалып инделәр. Бөтә туғандарҙы бер тупҡа туплаусы, ҡәҙерле кешеләребеҙҙең нигеҙен ҡотло һәм ырыҫлы итеүсе лә шул кинйәбеҙ.
Атай менән әсәйҙең рухы шаттыр, тип уйлайым. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ үҙ тапҡырында тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Тимәк, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә улар балаларына матур тәрбиә биреп, тырышлыҡ орлоҡтары сәсеп ҡалдырғандар тигән һүҙ. Уларға беҙ мәңге рәхмәтлебеҙ.
Ете йәнгә ғүмер биреп,
Тормош йөгөн бергә тартҡан,
Ете йондоҙ, тип уларға
Йәшәү серҙәрен өйрәткән
Оло йәнле әсәй-атайға,
Нисә йылдар үтһәләр ҙә,
Донъялағы изге һүҙҙәр:
Ожмахта булһын йәнегеҙ,
Ҙур рәхмәттәр һеҙгә беҙҙән...
Флүрә Нәҙершина.
Читайте нас: