Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
8 Июнь 2018, 11:06

Афарин,Ҡөнәфиндар!

Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ йәш ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Был яҙма шундай ғаиләләребеҙҙең береһе , мөнәсәбәттәре, ғәҙәттәре менән барыһын да һоҡландырған Ҡөнәфиндар ғаиләһе тураһында булыр.

Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете - татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙәлер. Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ йәш ғаиләләр районыбыҙҙа бихисап. Был яҙма шундай ғаиләләребеҙҙең береһе , мөнәсәбәттәре, ғәҙәттәре менән барыһын да һоҡландырған Ҡөнәфиндар ғаиләһе тураһында булыр.

Бер нисә йыл рәттән район кимәлендә уҙғарылып, изге йолаға әйләнгән спорт һөйөүсе ғаиләләр араһында үткәрелгән «Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә» район бәйгеһендә Гран-при яулаһалар, 2-3 июнь көнө Ағиҙел ҡалаһында уҙған республика фестивалендә лә беренселекте берәүгә лә бирмәне. Бөрйән намыҫын яҡлаған был ғаиләгә иҫәнлек-һаулыҡ, матур тормош теләп ҡалабыҙ!

Читайте нас: