Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Май 2018, 18:08

БӘХЕТ СЕРЕ - ЭШҺӨЙӘРЛЕК

Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан йәш ғаиләләр әҙ түгел арабыҙҙа: һыҙырып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, хеҙмәттә лә ал бирмәйҙәр... Иҫке Собханғол ауылынан Марсель һәм Айгөл Миндеғоловтарҙың да бәрәкәтле тормошта йәшәүе – уларҙың егәрле, эшһөйәр булыуҙары һөҙөмтәһе.

Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан йәш ғаиләләр әҙ түгел арабыҙҙа: һыҙырып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр, хеҙмәттә лә ал бирмәйҙәр... Иҫке Собханғол ауылынан Марсель һәм Айгөл Миндеғоловтарҙың да бәрәкәтле тормошта йәшәүе – уларҙың егәрле, эшһөйәр булыуҙары һөҙөмтәһе.

Килдеғол егете Марсель, һөнәрселек училищеһын тамамлап, Ҡыпсаҡта шәхси эшҡыуарҙа эшләгәнендә буласаҡ йәре Айгөлдөң күңелен яулай. Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. Бөгөн Миндеғоловтар 3 балаға атай-әсәй: беренселә уҡыусы Мәҙинә менән 4 йәшлек Нурзидә 7 айлыҡ ҡустылары Мансур менән мәж килә. Математикаға барымы көслө Мәҙинә дәрестәрҙән тыш сәнғәт мәктәбендә рәсем төшөрөү серҙәренә төшөнә, Нурзидә шиғыр ятлауға әүәҫ. Ғаилә менән бассейнға, катокка йөрөйҙәр, Шүлгәнгә сәйәхәт ҡылалар, Өфөгә барып, Салауат Юлаев һәйкәлен күреп, ял парктарында каруселдәрҙә әйләнеп ҡайталар. Балаларҙың тыуған көндәрен үткәреү – ғаиләнең күркәм традицияһы. Былтыр Ҡорбан байрамын да матур итеп билдәләгәндәр – Ҡыпсаҡҡа барып, туғандарҙың балаларын, олатай-өләсәйҙең күрше-тирәһендәге балаларҙы йыйып, уйындар ойоштороп, бүләктәр өләшеп, Үҙән буйын гөрләткәндәр.

“Беҙҙе нисек тәрбиәләгәндәр, беҙ ҙә балаларҙы шулай тәрбиәләргә тырышабыҙ. Маҡтап та, кәрәк икән, әрләп тә алабыҙ,” – ти ата менән әсә икеһе бер тауыштан. Бала тәрбиәләүҙә генә түгел, ғөмүмән, бер-береһен аңлау, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарау ярылып ята Марсель менән Айгөлдөң мөнәсәбәттәрендә.

- Иптәшемдең бөтә яҡтары оҡшай: тырыш, эшлекле, ышаныслы ғаилә башлығы, техниканы яҡшы белә, бүләктәр өләшергә ярата. Балалары өсөн өҙөлөп торған атай ҙа ул - Мәҙинәгә дәрес әҙерләшә, бәләкәстәрҙе ҡараша, - ти Айгөл ире хаҡында.

- Айгөл дә тырыш, матур итеп донъя көтә, аш-һыуға оҫта. Ҡайтыуыма һәр ваҡыт ашарға бешкән була, - ти, йылмайып, аҙ һүҙле ғаилә башлығы.

Ысынлап та, хәләл ефетенән уңған Марсель: “Землемер” предприятиеһында эшләп, декрет ялына сыҡҡан хужабикә ғаиләһен тәмле торттар, бәлештәр менән һыйлай, өй икмәгенән, һалмалы һурпанан өҙмәй. Үҙе әҙерләгән ҡайнатма-салаттары яҙға тиклем етә. Сәскә-гөлдәр үҫтерә, ҡул эшенә маһир: сигеү сигә, ҡыҙҙарына биҙәүестәр әҙерләй, бәйләм бәйләй, түшелдерек тә эшләп ҡуйған.

Һыйыр тотоп, баҡса үҫтереп, үҙҙәренә етәрлек ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, картуф етештереп ала Миндеғоловтар. Ҡаҙ ҙа көткәндәре булған, быйыл бройлерҙар менән несушкалар алырға ниәтләйҙәр. Баҡсаларында ҡарағат, алмағас, ағас еләге, крыжовник үҫә, эргәлә генә турғай еләге ишелеп уңа. “Иптәшем еләк йыйырға, балыҡ тоторға ярата, күмәкләп емеш-еләккә йөрөйбөҙ”, - ти Айгөл.

Өйләнешкәс, Баҙал биҫтәһенең Азатлыҡ урамына тәүге ғаилә булып сыға бәләкәй йорттарына Миндеғоловтар. Урамда юл да, һыу ҙа юҡ, электр үтмәгән… Шишмәнән һыу ташып, ҡурсаулыҡ аша ут һуҙып көн итәләр тәүге осоро. Бөгөн иһә үҙ көстәре менән һалып ингән 13,5 х 9 метр ҙурлыҡтағы газлы-һыулы иркен йортта йәшәйҙәр. Район мәғариф бүлегендә водитель булып эшләп йөрөүсе Марсель өйҙәренә һыуҙы үҙе үткәргән, иретеп-йәбештереп - ҡапҡалар, мунса мейесе эшләгән. Заманса бар уңайлыҡтары булған, зауыҡ менән йыһазландырылған йорттары Баҙалда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында өлгөлө булараҡ баһаланып, бүләкле лә булған йәш ғаилә.

Бына шулай һәр көндөң ҡәҙерен белеп, тырышлыҡтары менән бәхеттәрен бөтәйтеп йәшәй эшһөйәр Миндеғоловтар. “Балаларыбыҙҙы кеше итәйек, тип тырышабыҙ. Уларҙың үҫкәнен күреп, ҡыуанып ултырырға яҙһын, донъялар имен торһон”, - тигән изге теләктә улар.

Миләүшә Ҡасимова.

Читайте нас: