Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
20 Февраль 2018, 18:59

Атаһына ҡарап - улын, әсәһенә ҡарап ҡыҙын һөй

Был донъяға һәр кем һөйөп-һөйөлөп йәшәү, үҙенән һуң матур эҙ, лайыҡлы нәҫел ҡалдырыу өсөн яралтылған. Бер-береһе тиеп йән атҡан, балалары тиеп өҙөлөп торған һәр пар үҙенә генә хас һыҙаттарға, үҙе генә сисер серҙәргә эйә.

Был донъяға һәр кем һөйөп-һөйөлөп йәшәү, үҙенән һуң матур эҙ, лайыҡлы нәҫел ҡалдырыу өсөн яралтылған. Бер-береһе тиеп йән атҡан, балалары тиеп өҙөлөп торған һәр пар үҙенә генә хас һыҙаттарға, үҙе генә сисер серҙәргә эйә.
Байназар ауылында йәшәүсе Фәнзил һәм Нәзифә Науразбаевтар ифрат ихлас, йор һүҙле, шаян булыуҙары менән үҙенсәлекле. Үҙҙәренең ҡауышыу тарихын да бик ҡыҙыҡлы бәйән итте улар.
Район үҙәк дауаханаһында егет – ҡаҙанлыҡ операторы, ҡыҙ ашнаҡсы булып эшләгәндәрендә танышып китәләр. “Бер-берегеҙҙе ниндәй сифаттарға ҡарап һайланығыҙ?” – тигән һорауға “Миңә Нәзифәнең машиналы булыуы оҡшаны”, “Ә миңә - Фәнзилдең өйлө булыуы”, тип көлөп ебәрҙеләр. Баҡтиһәң, ул ваҡытта Нәзифәнең водитель таныҡлығына эйә булып, машина алырға йыйынып йөрөгән сағы булған һәм “тимер ат”ты егет үҙе һайлап алышҡан, ә Фәнзилдең өйө күтәрелгән булған да, ҡыҙ килеп, тышын пропитка менән буяшып биргән икән.
- Тәүҙә әллә ни дуҫлашып йөрөмәй инек, Тарыуалға барып, буласаҡ ҡәйнәм менән танышып, Нәзифә аша минең хаҡта “ағайыңа оҡшаған” тигән фекерен ишеткәс кенә ихласлап киттек, - ти, йылмайып, Фәнзил Иҙрис улы.
- Ә мин тәүге тапҡыр Байназарға килгәндә буласаҡ ҡайнымдың утын-бесәне өйөлөп ятҡанын күрҙем дә, әһә, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос, тиҙәр бит, Фәнзил дә булдыҡлы булыр, тип уйлап ҡуйҙым, - ти Нәзифә Азамат ҡыҙы.
Танышҡандарына 3 ай тигәндә, 2010 йылдың июнь башында, никах уҡытып, сентябрҙә туй үткәреп ебәрәләр. Өйләнешкәс тә, Байназарға атай-әсәй янына күсәләр. Оҙаҡламай ағас сығып, төкөтмә күтәреп, киләһе ҡышҡа үҙ ояларына сығалар. Ауылдың Урал урамына тәүге ғаилә булып күсә Науразбаевтар.
(Аҙағы гәзиттең 13-сө һанында).
Читайте нас: