Ғаилә йылы сиктәрендә “Райондың иң яҡшы ғаиләһе – 2018” тигән район конкурсы ойошторола. Уның маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, ғаилә тормошоноң абруйын күтәреү һ.б. Конкурстың һайлап алыу турҙары 28 февралгә тиклем район мәҙәниәт йорттарында, ә финалы 1 мартта 18.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында үтә.
Конкурста теләгән һәр ғаилә ҡатнаша ала. Йәш буйынса ла, ҡатнашҡан туған-тыумасалар буйынса ла сикләү юҡ.
Конкурстың программаһы:
1. Ғаиләнең күргәҙмәһе;
2. “Ғаиләм – минең ҡәлғәм” конкурсы (үҙҙәре менән таныштырыу) (визит карточкаһы, эмблема булыуы хуплана);
3. “Ғаиләм йолалары” (ғаилә тарихы, уның йолалары, байрамдары);
4. “Ғаилә реликвияһы” (реликвияны презентациялау һәм йәш быуынға тапшырыу);
5. “Моңдар иле Бөрйәнем” тигән музыкаль конкурс.
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-53-33, 3-62-51.