Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
1 Февраль 2018, 13:38

Исемле йыл старт алды

Ҡабатлағандан доға иҫкермәй - йылдар сылбырында Ғаилә йылы ла ҡайтанан үҙ хакимлығында. Мәғлүм булыуынса, ағымдағы 2018 йыл илебеҙ Президенты В. Путин тарафынан – Ирекмәндәр, Республикабыҙ Башлығы тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Ҡабатлағандан доға иҫкермәй - йылдар сылбырында Ғаилә йылы ла ҡайтанан үҙ хакимлығында. Мәғлүм булыуынса, ағымдағы 2018 йыл илебеҙ Президенты В. Путин тарафынан – Ирекмәндәр, Республикабыҙ Башлығы тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Хәйер, Хоҙай насип иткән һәр көн, һәр ай, һәр йыл Ғаилә йылы ул. Сөнки дәүләтебеҙҙең төп байлығы ла, йәмғиәтте тотоп торор төп көс тә ул ғаилә.

Үткән йомала район мәҙәниәт һарайында исемле йылға старт бирелде. Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов тантанаға йыйылған халыҡты республикала, районда Ғаилә йылы старт алыу айҡанлы ихлас тәбрикләне.

- Ғаиләнең именлеге матди ярҙамға түгел, ир-ҡатын мөнәсәбәттәренең ныҡлығына бәйле. Беҙгә ғаиләлә ата-әсә статусын күтәреү буйынса эшләргә кәрәк. Ғаилә йылында Тыуған илебеҙ өсөн терәк булырлыҡ ғаиләләр күберәк булһын, - тине ул, исемле йылға фатиха биреп.

Алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән аҫыл парҙар – районыбыҙҙың һәр йәһәттән матур ғаиләләре берәм-берәм сәхнә түренә саҡырылды. Уларға Рөстәм Динислам улы республика Башлығының Ҡотлау хаттарын, бүләктәр тапшырҙы. Бына улар районыбыҙ күрке, тормош һәм сәхнә йәме булған ғаилә парҙары – Байғаҙынан Әмир һәм Вәхиҙә Фәйзуллиндар, Иҫке Собханғолдан Иҙрис һәм Заһира Ишбаевтар, Фәрит һәм Тәнзилә Бәшәровтар (һүрәттә).

Уларҙың һәр береһе йәштәргә өлгө булырлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, районыбыҙ мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләп, хеҙмәттә ҙур уңыштар ҡаҙанған, тәртипле-тәүфиҡлы балалар үҫтергән.

Үткән Экология һәм айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре йылы ла районыбыҙҙа эҙһеҙ үтмәне – күп кенә яҡшы эштәр атҡарылды. Үткән йылда йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән бер төркөм райондаштарға: Килдеғол ауылынан ауыл советы депутаттары Зарема Билаловаға, Илдус Билаловҡа, Яңы Усмандан Шәрәфулла Ҡолһаринға, Байғаҙынан Айрат Ишҡоловҡа, Яңы Монасиптан Гүзәл Йәғәфәроваға, Зөһрә Яҡуповаға, Иҫке Монасиптан Рәмил Ҡунафинға, Мазһар Аллабирҙинға, Нәбиҙән Наилә Сәлтәшеваға, Тимерҙән Йәмил Баймырҙиндарға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Район ветерандар советы етәксеһе Самат Аратовҡа ла республикала ветерандар советы ойошторолоуҙың 30 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы тапшырылды.

Сәхнәгә ҡулға-ҡул тотоношоп районыбыҙҙың йырлы-моңло парҙары – Яңы Усмандан сәхнә оҫталары Шәфҡәт һәм Земфира Мәзитовтар, Тимерҙән Хәлил һәм Луиза Аллабирҙиндар, Яңы Монасиптан Рәис һәм Венера Ҡыуандыҡовтар, Иҫке Монасиптан Йәҙгәр һәм Луиза Маликовтар сыҡты. Донъя көткәндә генә түгел, сәхнәлә лә бына тигән пар булырҙай аҫыл парҙар етәһе шул беҙҙә!

Исемле йылды асыуға бағышланған концерт бик йөкмәткеле, яңы асыштарға- таланттарға бай булды. Ҡолғананан килгән ир-егеттәр вокал ансамбленең йырҙары ла, үҙҙәре дә дәртле. Тимер ауылының типһә тимер өҙөрлөк ир-аттары ла сәхнә күрке булып баҫып торҙо.

Яңы Мөсәт ауылынан Ибраһим Ҡасҡынбаевтың талантлы вариҫтары бер сәхнә булып сығып баҫҡас, үәт, тыуһа тыуа икән ерҙә таланттар, тип тел шартлатырға ғына ҡалды.

Ҡыҫҡаһы, аҫыл парҙарына, дан ғаиләләренә мәҙхиә йырлап, уларҙы башҡаларға өлгө итеп, йыр-моң, күңелде үҫтерер һүҙ менән старт алды Ғаилә йылы. Исемле йыл һәр ғаиләгә бәрәкәте, рәхмәте менән генә килһен!

А. Ғарифуллина.

Читайте нас: