Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
31 Ғинуар 2018, 14:23

Бәпес ҡайтты - бәхет артты

Быйыл тыуған сабыйҙарҙы ниндәй түләүҙәр көтә?

ЗАГС мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан бөгөнгәсә районда 15 бала донъяға килгән. 4 сабый Яңы йыл каникулдарында район үҙәк дауаханаһының бала табыу йортонда тыуған.

2018 йылдың тәүге сабыйы – Иҫке Собханғолдан Зөфәр һәм Сөмбөл Ҡолдәүләтовтарҙың ҡыҙҙары Наҙгөл, ул 1 ғинуарҙа иртәнге 4 тулып 5 минут үткәс тәүге ауазын һалған.

- 2 ғинуар – иптәшемдең тыуған көнө, уға бүләк булды инде ҡыҙыбыҙ, - ти Яңы йылды ҡаршылап, фейерверктар атылып бөткәс кенә бала табыу йортона юл тотҡан бәхетле әсә.

Ҡолдәүләтовтарҙың яңы йорто балаларҙың шат тауыштарына күмелгән: 8 йәшлек Ислам, 6 йәшлек Яҙгөл, Зөфәр Ғәйфулла улының мәрхүмә апайының улы Роберт буш ваҡыттарын хәҙер бәләкәс һеңлеләре янында үткәрә.

Районда өсөнсө булып 5 ғинуар көнө иртәнге 20 минуттан 6 тула тигәндә тыуған бәпес - Байназар ауылынан. Филиә Солтанованың һәм Зәйтүн Идалиндың ҡыҙҙары Гөлназ - 6 балалы ғаиләлә икенсе генә ҡыҙ. Денис, Арсентий, Илдус, Илназ исемле ағайҙары, Наҙгөл исемле апайы бар уның.

- Наҙгөлгә иптәш булды инде Гөлназыбыҙ. Тынысҡа оҡшай, әлегә йоҡлап тик ята. Апайы һеңлеһен ихлас ҡараша, - тиҙәр атай менән әсәй.

Яңы тыуған бәпестәргә хөкүмәт тарафынан ниндәй ярҙамдар ҡаралған һуң? Адреслы айлыҡ түләүҙәр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн белгестәргә мөрәжәғәт иттек.

Наилә Ишкилдина, республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Иҫке Собханғол филиалының баш эксперты:

- 2018 йылдың 1 ғинуарынан “Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында” Федераль закон (418-ФЗ, 28.12.2017) көсөнә инде. Законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан беренсе йәки икенсе бала тыуған осраҡта РФ граждандары булған ҡатындарға ай һайын түләүҙәр ҡаралған.

Айлыҡ түләүҙәр, әгәр беренсе бала 2018 йылда тыуһа һәм ул РФ гражданы булһа, әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме улар мөрәжәғәт иткәндән алдағы йылдың икенсе кварталына Башҡортостан Республикаһында хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн тәғәйен йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡырға артмаған хәлдә генә (2017 йылдың 2-се кварталына хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы 9498 һум тәшкил итә. Уны 1,5-кә ҡабатлаһаҡ, 14247 һум килеп сыға) тәғәйенләнә. Айлыҡ түләүҙәр бала тыуғандан алып йәш ярымғаса түләнә, күләме - 8892 һум.

Айлыҡ түләүҙәр бала тыуғандан алып 6 айҙан да һуңға ҡалмайынса мөрәжәғәт иткән осраҡта ул тыуған көндән башлап түләнә, ҡалған осраҡтарҙа – мөрәжәғәт иткән көндән алып. Мәҫәлән, балаға йәш ярым тулған көндө мөрәжәғәт итһәләр, түләүҙәрҙе 1 көнгә генә тәғәйенләйбеҙ.

Ғариза яҙыусы беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә пособие 1 йылға тәғәйенләнә, ғариза яҙғанға тиклемге һуңғы 12 айҙың килемдәре иҫәпкә алына. Срок үтһә, ғариза биреүсегә балаға йәш ярым тулғанға тиклемге срок өсөн пособие тәғәйенләргә документтар тапшырырға кәрәк.

Түләүҙәр тик әсәйҙең кредит ойошмаһында (банкта) асылған иҫәбенә генә күсереләсәк. Айлыҡ түләүҙәрҙе тәғәйенләү буйынса тик ҡатын-ҡыҙ ғына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы, ә атайҙар йәки опекундар әсәй кеше үлһә йәки ул үлгән тип иғлан ителһә, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә, шулай уҡ уллыҡҡа алыу көсөнән сығарылһа ғына мөрәжәғәт итә алалар.

Беренсе бала тыуған осраҡта республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Иҫке Собханғол филиалына Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30 адресы буйынса түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
- ата-әсәнең паспорттары;
- баланы опекаға алыу тураһындағы ҡарарҙың күсермәһе;
- ата-әсәнең 12 ай өсөн килемдәре тураһында мәғлүмәттәр;
- ғариза биреүсенең һәм ғаилә ағзаларының мотлаҡ пенсия страховкалау таныҡлығы (СНИЛС);
- кредит ойошмаһының (банк) иҫәп реквизиттары тураһында белешмәһе.
Алдан яҙылыу өсөн телефон номеры – 3-66-69.
Шулай уҡ документтарҙы Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 80 адресы буйынса урынлашҡан күп функциялы үҙәк аша тапшырырға мөмкин.

Ғәлиә Хәсәнова, Пенсия Фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары – пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләү һәм түләүҙәр, социаль түләүҙәр һәм страховка-ланған шәхестәрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы:

- Әгәр 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләлә икенсе бала тыуһа йәки уллыҡҡа алынһа, һуңғы 12 айҙа һәр ғаилә ағзаһы иҫәбенә килем 14 247 һумдан кәмерәк булһа, әсәлек капиталы иҫәбенән балаға 1,5 йәш тулғанса ай һайын 8892 һум түләнергә мөмкин. Түләүҙәрҙе юллау өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
- РФ гражданины паспорты;
- бөтә ғаилә ағзаларының СНИЛС-тары;
- балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары;
- никахты теркәү тураһындағы таныҡлыҡ;
- һуңғы 12 ай өсөн бөтә ғаилә ағзаларының килемдәре тураһында мәғлүмәттәр;
- банктан реквизиттар тураһындағы белешмә.

Һуңғы 12 айҙың килеменә иҫәпкә алынасаҡ килем төрҙәре:
- эш хаҡтары, премиялар;
- пенсиялар, пособиелар, субсидиялар, сирлелек буйынса түләүҙәр (больничныйҙар), стипендиялар, алименттар;
- пенсия тупланмаларына хоҡуҡлы мираҫ эйәләренә түләүҙәр;
- хәрби хеҙмәткәрҙәргә, эске эштәр һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата тәьминәт һәм компенсациялар;
- дәүләт органы йәки йәмәғәт берләшмәһе тарафынан дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәгәндә түләнгән компенсациялар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр сәбәпле, федераль бюджеттан бер тапҡыр түләнә торған ярҙам күләмдәре, банктарҙағы депозиттарҙан килемдәр, торлаҡты йәки башҡа милекте ҡуртымға (арендаға) биреүҙән алған килемдәр иҫәпкә алынмай.

Ғаризаны Пенсия фонды идаралығына йәки күп функциялы үҙәккә (МФЦ-ға) тапшырырға кәрәк. Пенсия идаралығына биргәндә бер юлы 2 ғариза тапшырылырға мөмкин: сертификат алыуға һәм айлыҡ түләүҙәр юллауға. Шулай уҡ балаға СНИЛС алыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

Икенсе бала тыуғанда ла айлыҡ түләүҙәр беренсе бала тыуғандағы шарттар буйынса бирелә: ғаризаны икенсе балаға йәш ярым тулғанса ҡасан булһа ла бирергә мөмкин; тәүге 6 ай эсендә мөрәжәғәт иткәндә, түләүҙәр бала тыуған көндән алып тәғәйенләнә, әгәр 6 ай үткән булһа – мөрәжәғәт иткән көндән алып. Айлыҡ түләүҙәр йәш ярымға тиклем түләнә, тәүге түләү осоро бер йылға иҫәпләнә. Теләк булһа, яңы ғариза яҙып, түләүҙәрҙе артабан оҙайтырға, кәрәк икән, түләүҙәрҙе туҡтатырға мөмкин.

Әгәр әсәлек капиталы тулыһынса тотонолһа, балаға йәш ярым тулһа йәки ғаилә илдең башҡа төбәгенә күсһә, түләүҙәр туҡтатыла. 2018 йылда әсәлек капиталы 453 мең һум тәшкил итә.

Белгестәрҙең комментарийҙарында аңлатылған түләүҙәрҙән тыш, Рөстәм Хәмитов өсөнсө балаға тәғәйен түләүҙәр тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, йән башына тура килгән килем балаларға тәғәйен йәшәү минимумы күләменән артмаған ғаиләләр 2018 йылда тыуған өсөнсө йәки унан һуңғы тыуған һәр бала өсөн өс йәше тулғансы ай һайын 8993 һум аҡсалата түләү аласаҡ. Был турала тулыраҡ белдереү Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт мәғлүмәт системаһына ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ ғаиләлә тәүге бәпес тыуғас – 300 мең һум, икенсе бала тыуғас, әсәлек капиталын йүнләп алыу мөмкинлеге барыһына ла мәғлүм. Тимәк, бәпес һөйөү шатлығы кисергән ата-әсәләргә балаларҙы лайыҡлы итеп үҫтереү, тәрбиәләү маҡсатында хөкүмәттән биреләсәк ярҙам иш янына ҡуш буласаҡ.

Миләүшә Ҡасимова.

Һүрәттә: Филиә Солтанова һәм Зәйтүн Идалиндарҙың ғаиләһендә 6-сы бәпес донъяға килде.

Читайте нас: