Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
23 Ғинуар 2018, 18:04

Ырыҫ - уңғандар ҡулында

Һәр төбәк уңған ғаиләләре, эшһөйәр кешеләре менән дан тота. Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Фидан һәм Гөлсинә Хәлитовтарҙы ла егәрлелек, тырышлыҡ һыҙаттары биҙәй.

Һәр төбәк уңған ғаиләләре, эшһөйәр кешеләре менән дан тота. Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Фидан һәм Гөлсинә Хәлитовтарҙы ла егәрлелек, тырышлыҡ һыҙаттары биҙәй.

Эш юҡ, тип зарланып, ҡайҙандыр ярҙам көтөп ятмай Хәлитовтар - Фидан Ғәле улы ҡырҙа йәки ауыл тирәһендә ағас эшендә йөрөй, заказға яҡтауҙар, рамдар, тәҙрә йөҙлөктәре эшләй. Ҡатыны, Брәтәк ҡыҙы Гөлсинә, магазинда һатыусы булып эшләй, өҫтәүенә, йөн иләп, ойоҡтар бәйләп һата, яңы биҙәктәр өйрәнеп, түшәктәр ҙә бәйләй. 4 һыйыр, ваҡ мал тоталар, йәйҙәрен өйрәк-бройлерҙар алалар, һыҙырып йәшелсә-картуф үҫтерәләр. Уңған хужабикә ҡыяр-помидорҙар тоҙлап, салаттар эшләп, 50-60 банка компот ҡайнатып, баҙын тултырып ҡуя.

Тырышҡан – моратына ирешкән: 4 йыл дауамында үҙ көстәре менән тәүге ҡаты – 9х9, икенсеһе – 9х6 ҙурлығында 2 ҡатлы йорт һалып сыҡҡандар, әле өйҙөң тышҡы эштәрен тамамларға ҡалған.

Декоратив гөлдәр үҫтерергә әүәҫ Гөлсинә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Динара Ҡотлобаева, Рәмзилә Вәлиева, Гөлназ Ҡыуандыҡова, Айгөл һәм Гөлшат Муллағоловаларҙы туплаған йәмәғәт ойошмаһы төрлө саралар ойоштора, йәрминкә-һабантуйҙарға, бал байрамына ҡул эштәренән һәм аш-һыуҙан күргәҙмәләр әҙерләй. Ҡорбан байрамында ауылдың мәсетен йыуып, халыҡҡа ҡорбан ашатырға ярҙам иткәндәр.

Һәр ерҙә әүҙем Хәлитовтар – сәхнә йәме: Фидан менән Гөлсинә дуэттар башҡарһа, 6 йәшлек ҡыҙҙары Физәлиә бейергә ярата. “Матур ғаилә - ил ҡото” район форумында ла сығыш яһаны улар.

Физәлиә быйыл беренсегә барасаҡ, әле ул, үҙе әйтмешләй, яҙышырға, һүрәттәр төшөрөргә ярата, әсәһенә һауыт-һаба, иҙән йыуыша, ҡамырҙан ризыҡтар бешерешә, аквариумдағы балыҡтарын, бесәйен һәм этен ҡарай.

Фидандың ата-әсәһенән күскән традицияны дауам итә был ғаилә – йыл һайын яҡын туғандарын, күрше-тирәне саҡырып, һәр береһенең тыуған көндәрен билдәләйҙәр. Бер-береһенә генә түгел, туғандарына, күршеләренә лә иғтибарлы уңған йәштәргә артабан да ырыҫ-бәрәкәт насип булһын.

Миләүшә Ҡасимова.

Читайте нас: