Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
15 Ғинуар 2018, 17:23

Бала бағыу - һөнәр

Бөгөнгө көндә лә, заман тынғыһыҙлығына һылтанмай, бала тәрбиәләүҙе, уның күңелен үҫтереүҙе төп бурысы итеп алған йәш ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө. Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Ильяс һәм Фәймә Асҡаровтар ҙа был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ.

2017 йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.

“Бала табыу һөнәр түгел, бала бағыу – һөнәр”, “Баланы баштан, талды йәштән бөк”, “Баланы бишектән өйрәт”, “Бала саҡтан кергән ғәҙәт ғүмергә ҡалыр”… Элек-электән халҡыбыҙҙа бала тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленгән, балаларҙы тәүфиҡлы, әҙәпле, кешелекле итеп үҫтереүгә олатай-өләсәйҙәребеҙ күп көс һалған. Бөгөнгө көндә лә, заман тынғыһыҙлығына һылтанмай, бала тәрбиәләүҙе, уның күңелен үҫтереүҙе төп бурысы итеп алған йәш ғаиләләрҙең булыуы һөйөнөслө. Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Ильяс һәм Фәймә Асҡаровтар ҙа был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ.

Килдеғол ҡыҙы Фәймә - Сибайҙа, Ҡурғашлы егете Ильяс Благовещенда уҡыу йорттарын тамамлағас, 2010 йылда Өфөлә Салауат һәйкәле янында танышып-дуҫлашып китәләр. 2011 йылда никах уҡытып, Ильяс әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡас, 2012 йылда гөрләтеп туй үткәрәләр. Бөгөн был ғаиләлә сәскәләй ике ҡыҙсыҡ – 4 йәшлек Йәнгүзәл менән 2 йәшлек Фаягөл үҫә.

- Балалар тыумаҫ элек сигеү, бәйләү кеүек ҡул эштәре менән мауыҡтым, хәҙер ул шөғөлдәрҙе ситкә ҡуйып, бөтә буш ваҡытымды балалар менән үткәрәм: бергәләп саф һауала йөрөйбөҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, ҡыҙҙарым миңә һауыт-һаба йыуыша, билмән, бәлештәр ҙә бөрөшә. Буласаҡ хужабикәләр бит, хәҙерҙән үк эшкә өйрәнһендәр, тейем, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә беҙгә бәләкәйҙән эшкә һөйөү тәрбиәләне, - ти хәстәрлекле әсәй.

- Ҡыҙҙарыбыҙға ҡул күтәреү, тупаҫ итеп әрләү – беҙҙең ғаилә өсөн ят нәмә. Бала ғына бит улар - шаярырға, энергияларын бөтөргәнсе уйнарға тейештәр. Балаларҙы баҫып, күп нәмәне тыйып үҫтергәнгә лә, беҙҙең халыҡта баҫалҡылыҡ үтә көслө тип уйлайым, - тип һүҙгә ҡушыла атай кеше.

Баланың ваҡ моторикаһын үҫтереү уның камиллашыуына ҙур йоғонто яһағанын яҡшы аңлай Асҡаровтар. Шуға ла ҡыҙҙарҙың пластилиндан һындар әүәләүе, һүрәт төшөрөүе, төҫлө ҡағыҙ, ҡайсы менән эш итеүе, пазлдар йыйыуы, ярмалар менән уйнауы – ғәҙәти күренеш, атай-әсәйҙәре уларға төрлө-төрлө үҫтереүсе уйынсыҡтар ҙа алып бирә.

Йәнгүзәл һәр кис һайын атаһы менән шашка уйнай икән!

- Балалар баҡсаһынан ҡайтҡанда, урамда йөрөгәндә ҡыҙҙарға үләндәрҙең, ағастарҙың исемдәрен өйрәтеп барам. Балалар былай ҙа ҡыҙыҡһыныусан бит, бөтә нәмәне белергә, отоп алырға ғына торалар. Яңы йырҙар, шиғырҙар, әкиәттәр, тиҙәйткестәр өйрәнәбеҙ, - ти үҙе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләүсе Фәймә Сәғит ҡыҙы.

Ата-әсәнең һәм улар менән бер һүҙҙән булып эшләүсе балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фирүзә Шәрәфетдинованың тырышлығы тәүге һөҙөмтәләрен дә бирә башлаған – тәтелдәп торған сос Фаягөл “Урал батыр” эпосының 40 юлын ятлап, район кимәлендә үткән конкурста «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яуланы, республика кимәлендәге конкурсты асыу тантанаһында сығыш яһап, иң йәш ҡатнашыусы булараҡ бүләк тә алып өлгөрҙө.

Шат тауыштары яңғырап торған ҡыҙсыҡтарҙың бәхете – ата-әсәйҙең татыу, берҙәм булыуында.
- Бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, тәнҡитләмәй генә йәшәргә тырышабыҙ, - ти Фәймә. - Иптәшемдең ҡулы ипле, һәр нәмәне төптән уйлап, йөҙ ҡат үлсәп эшләй, шуға ла ҡайнағалары, кейәү, бүлмә бүлешергә кил, йә ишек, өҫтәл эшләп бир әле, тип саҡырта һалалар.

Ысынлап та, Ильяс Фәһим улының ҡулдарына һоҡланмау мөмкин түгел – ул эшләгән өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар, тахталар һәм башҡа йыһаздар фабриканыҡынан матурыраҡ та, сифатлыраҡ та! Элекке йыл ул шулай уҡ ғаиләһен ҡышҡы баҙ эшләп ҡыуандырған - баҡсалары ҙур булғас, картуфтың күп өлөшөн, йәшелсәне шунда һалалар ҙа, яҙын асып, киләһе уңышҡа тиклем рәхәтләнеп ашайҙар, үҙҙәренән артҡанын һатып та ебәрәләр.

- Баҡса ҡарарға ярата Ильяс. Түтәл, теплицаларҙы әҙерләп, тиреҫен һалып бирә. Йәй йылы булған йылдарҙа июнь уртаһынан үҙ ҡыярыбыҙҙы ашай башлайбыҙ. Өй тирәһенә ағастар ултырта, йәшәй башлағанда ултыртҡан урман сәтләүеге хәҙер апаруҡ булып үҫеп килә. Киләсәктә бал ҡорттары алырға ниәтләй. Ҡортсолоҡ һәм ағас эше буйынса китаптар яҙҙырып алып, белемен камиллаштыра, - ти иренең һәр ғәмәленән риза хужабикә.

- Ә миңә кәләшемдең тәмле итеп бешеренеүе, тоғро һәм хужалыҡ эштәренә оҫта булыуы оҡшай, - ти айыҡ тормош алып барыусы ғаилә башлығы.

Телде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләүсе, шифалы үләндәр йыйып, мунсанан һуң ғаиләһен үлән сәйҙәре менән һыйлаусы Фәймә йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй - уҡыусылары менән мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа ҡатнаша, ауылдағы байрамдарҙы ойоштороша, концерттарҙа алып барыусы булараҡ та сығыш яһай.

Әле Асҡаровтар Ильястың ата-әсәһенең иҫке өйөндә йәшәй. Үткән йәйҙә ишек алдында газобетондан 7х9 ҙурлығында йорт күтәргәндәр, уның цоколь ҡатында ла бүлмәләр эшләмәкселәр. “Бер-ике йылдан килер кәрәк ине һеҙгә, унда өйөбөҙгә күскән булыр инек”, - тиҙәр хужалар, йылмайып. Барырбыҙ ҙа әле – өйөгөҙ тулы ҡот-бәрәкәт, бәхетегеҙ түңәрәк булһын.

Миләүшә Ҡасимова.
Читайте нас: