Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
4 Декабрь 2017, 16:14

Бер яҙмышты уртаҡ иткәндәр

Һәр кемгә насип булғаны Хоҙай тарафынан билдәләнә, яҙмыш китабына алдан яҙылып ҡуйыла, тиҙәр бит.

Һәр кемгә насип булғаны Хоҙай тарафынан билдәләнә, яҙмыш китабына алдан яҙылып ҡуйыла, тиҙәр бит. Яҙмышыңда осраған бер кеше лә, бер ваҡиға ла осраҡлы булмай. Быға мин Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе 1-се төркөм инвалиды Әмир Хәбибуллин һәм Екатерина Исмәғилева менән аралашҡанда тағы бер инандым. Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһынан килгән Екатерина Әмир ағайҙың йортон гөл-сәскәгә күмеп, өй эсенә ҡот ҡундырып, уға ышаныслы терәк булып йәшәй.


Әлбиттә, ике яңғыҙҙың ҡауышыуына сәйерһенеп тә, ҡыҙыҡһынып та, хатта һынап ҡараусылар ҙа табыла. Ғаилә тарихы ла үҙенсәлекле. Интернет киңлегендәге “Аралашайыҡ” тигән уйын аша таныша улар.
- Был уйында күберәк йөрәктәр йыйырға кәрәк, ә мин йөрәктәр йыйырға яратам. Ул уйынды Әмир ағайығыҙ ҙа уйнай ине, - ти Екатерина Ильинична. – Уйын аша аралашып киттек. Әмир кәйефһеҙ, күңеле бойоҡ күренде миңә. Төпсөнә башлағас, ул үҙенең инвалид, аяҡһыҙ икәнлеге, яңғыҙ йәшәүе тураһында әйтте. Булмышым минең шулай, кешеләрҙең барыһын да бәхетле иткем, хәлемдән килгәнсә уларға ярҙамлашҡым килә. Һәр ваҡыт ыңғай, яҡшы хәбәрҙәр менән күңелен күтәрергә тырыштым, үҙемдең дә тыумыштан 3-сө төркөм инвалиды икәнемде, күңел төшөрмәй йәшәргә кәрәклекте тыҡып, дәртләндереп торҙом. “Улай бойоғоп ултырһаң, тиҙҙән отпускым, барам да төшәм эргәңә”, - тип шаяртып та ҡуйған инем, шул етә ҡалды. Был осорҙа мин дә яңғыҙ инем бит. Һәр кемдең тормошонда һынылыш мәлдәре була. Бына минең дә шундай ауыр мәлем ине. Скайп аша аралашҡанда уның иҙәндән һөт күтәреп эсеүен күреп ҡалып, һыуытҡысың юҡмы ни, тип һораным. “Юҡ, уны алырға аҡса етмәй”, - ти. Мин килеүгә һыуытҡыс алып ҡуй, тип уға 10 мең һум аҡса һалдым. Был үҙенә күрә һынау ҙа булды, сөнки эсеңкерәгәне тураһында һөйләгән ине. Әммә унда йәшәргә көс, теләк көслө булып сыҡты. Оҙаҡҡа һуҙмай, дуҫы менән һыуытҡыс һатып алдылар, уны һайлағанда ла минең менән телефон аша кәңәшләште. Мин килеүгә әҙерлек дәррәү булған бында, күрше-күләне, дуҫтары менән йорт тирәһен һәм өй эсен тәртипкә килтереп ҡуйғандар ине. Эштән отпуск алдым да, кире ҡайтмай ҡалһам, тип эштән сығыу өсөн ғаризаны ла алдан яҙып киттем. Өфөгә 5 тәүлек килдем. Уйлап ҡараһаң, нисә йылдар Башҡортостандың барлығын да белмәй йәшәгән булғанмын. Минең әхирәттәрем дә, алйығанһыңдыр ул һин, йәһәннәмгә китеп бараһың, тип аптырап ҡалғайнылар. Ә бында килеп төшкәс, тәбиғәткә мөкиббән ғашиҡ булдым, ә һауаһы һуң һулап туйғыһыҙ. Өйҙөң тупһаһын ашатлау менән ошо йортта йәшәргә ҡаласағымды күңелем менән һиҙҙем һәм ҡабул иттем. Әмир ағайығыҙ ҙа яҡшы кеше булып сыҡты. 2014 йылда беҙ законлы никахлаштыҡ.
- Әлбиттә, беренсе йылдар бер-беребеҙҙең холоҡ-фиғеленә өйрәнеү, яраҡлашыу осоро булды, - тип һүҙгә ҡушыла Әмир ағай. - Өйҙә тауыш сығыуҙар ҙа булманы түгел, кеше һүҙҙәре лә күп булды, аҡыл өйрәтеүселәр ҙә табылды. Екатерина түҙмәй ҡайтып китер әле, тип көтәүелләүселәр ҙә булманы түгел. Шөкөр, ул һынауҙарҙың барыһын да лайыҡлы үтә алдыҡ. Ғүмер баҡый ҡалала йәшәгән кешегә уңайлыҡтары булмаған ауыл өйөнә өйрәнеп китеүе ҡыйыныраҡ булғандыр, әлбиттә. Һыуҙы урамдағы колонканан ташып, утын индереп мейес яҡты. Үҙебеҙҙең ҡулдан килмәгән эштәрҙе аҡса түләп кешенән эшләтәбеҙ. Йорт ҡарауһыҙ, ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән икәне күренеп тора ине. Бергәләп ике тапҡыр ремонт эшләтеп алдыҡ. Иң тәүҙә ҡыйыҡты алыштырҙыҡ. Район хакимиәтенең тупһаһын күп тапаны инде Екатерина. Айҙар Әлибаковтың ярҙамы менән ағас сығартып алдыҡ, уға ҙур рәхмәт. Уның ярҙамы булмаһа, был төкөтмәне эшләтеп булмаҫ ине. Катяның алдан йыйнап һалған аҡсаһы булған, шуға газ, һыу үткәрһәк тип бергә йыйған аҡсаларҙы ла ҡушып, төкөтмәне эшләтеп тә ҡуйҙыҡ. Унда бөтә уңайлыҡтары булған йыуыныу урыны, аш бүлмәһе бүлдереп алдыҡ. Һыу, газ үткәрттек, әле лә эшләйһе эштәр етәһе. Икәү булғас, күпкә еңел. Ғөмүмән, даланлы ул минең Катям, килеүенә 10 көн булманы, дауаханаға эш белешергә барған ине, хирургия бүлегенә шәфҡәт туташы кәрәк булып сыҡты.
- Эйе, шул уҡ мәлдә эше лә табылды ла ҡуйҙы, - тип әңгәмәне дауам итә Екатерина. - Ул ваҡытта өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән Сәйҙә Баһауетдиноваға рәхмәт. Ул, юғары категориялы хеҙмәткәрҙәр кәрәк беҙгә, тип мине үҙ ҡанаты аҫтына алды. Телде белмәү генә мине тамам алйыта ине, шуға күрә башҡорт телен өйрәнеү өсөн 5-6 дәрес алдым. Хәҙер икмәк-тоҙлоҡ беләм, әммә һүҙҙәремдең әйтелеше насар. Минең кеүек телде белмәгәндәргә башҡорт теле буйынса курстар булһа икән, ихлас йөрөр инем, - ти ул.
Екатеринаның уңған баҡсасы икәнен күрше-күлән, коллегалары ла белеп бөткән. Ҡарауһыҙ баҡсаны гөл-сәскәгә, емеш-еләккә күмгән ул. Ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләгенең тик яҡшы, эре уңыш биргән сорттарын ғына ултыртҡан. 2 йыл элек теплица ҡороп, унда сәскән йәшелсәнән дә йыл да мул ғына уңыш алалар икән. Быйыл үҫтергән помидорҙарының иң эреһе 800 грамм тартҡан. Әмир ағай ҡатынына оло ярҙамсы: йәшелсәне утап, ишек алдындағы ваҡ-төйәк эштәрҙе үҙе башҡарып ҡуя. Түтәлдәрендә бер ҡый үләнен тапмаҫһың.
Былтыр Әмир ағай үҙ аллы ислам нигеҙҙәрен, намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнә башлай. Беренсе намаҙын да улар менән башлап уҡый. Бөгөн ул биш намаҙын ҡалдырмай. Быға Ураҙа байрамы ваҡытында ирен мәсеткә алып барғыһы килеп, дуҫтарына мөрәжәғәт иткән Екатеринаның да йоғонтоһо ҙур булғандыр, һис шикһеҙ.
- Әмирҙең дуҫтары, синыфташтары яҡшы. Үҙемдең генә мәсеткә алып барырға хәлемдән килмәҫ ине, уны унда күтәреп индерҙеләр, ҡулдарында ғына алып йөрөттөләр. Әйткәндәй, инвалид коляскаһында йөрөүселәргә уңайлы мөхит булдырылмаған районда. Ойошма-учреждениеларға, магазинға яңғыҙы түгел, хатта минең менән дә йөрөй алмай. Сөнки унда коляскала ҡаршылыҡтарһыҙ инеп-сығырлыҡ пандустар исем өсөн генә ҡуйылған, ҡайһы берҙәрендә бөтөнләй юҡ. Беҙҙең йөрөргә яратҡан урыныбыҙ “Магнит” магазины, унда, исмаһам, пандустар бик уңайлы эшләнгән. Шуға күрә ҡайҙалыр барырға булһаҡ, дуҫтарына, синыфташтарына мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә минең бында дуҫтарым күп түгел, шулай ҙа бар. Шүлгән мәмерйәһенә барып ҡайтыу хыялым бар ине, ошо хыялымды дуҫым Әнисә Кәбирова тормошҡа ашырырға ярҙам итте, рәхмәт уға. Мәмерйәгә барып еткәнсе юл буйына әллә күпме легенда-риүәйәттәр һөйләне. Иҫ киткес бит. Бөрйән еренең легендаларға бай икәнен шунда аңланым. Унан ҡайтыу менән район китапханаһына бара һалып, урыҫ телендә сыҡҡан Шүлгән мәмерйәһе тураһындағы һәм башҡорт халҡының легенда-риүәйәттәр китабын ҡулыма алдым. Әлегә тулыһынса уҡып бөтмәгәнмен, әммә иҫ киткес бай, матур йолалар менән танышып өлгөрҙөм. Шөкөр, донъябыҙ яйға һалынып бара, балаларыбыҙ менән аралашып торабыҙ. Уларға тыуған көндәре һайын бер аҙ аҡса ебәреп, әҙ булһа ла ярҙам итәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, миллиондар араһынан бер-беребеҙҙе табыуыбыҙ, ошондай күркәм тәбиғәт ҡосағында йәшәүебеҙ менән генә лә беҙ бәхетлебеҙҙер ул, - ти Екатерина.
Ысынлап та, ике яңғыҙҙың бер-береһен табыуы үҙе бер мөғжизә бит. Бер-береһе өсөн улар Хоҙай тарафынан ебәрелгән, көтөп һәм һорап алынған яҙмыш бүләгелер ул.

А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: