Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
26 Ноябрь 2017, 12:00

Әсә күңеле ҡояш кеүек

Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.

Әсә күңелен ҡояш, тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ! - тигән билдәле шағир А. Игебаев.
«Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы - йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бейек, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер», - тип яҙған Сабир Шәрипов та. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Ишембай ҡалаһында тыуған Алина Вил ҡыҙы бала сағында уҡ әсәһе менән Ағиҙел ҡасабаһына күсеп ҡайта. Әтек ауылында 9-сы синыфты тамамалай. 132-се һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы, секретарь-машинист, һатыусы-кассир, эш башҡарыусы һөнәрҙәренә уҡып сыға. Бөгөнгө көндә ул Әтек мәктәбендә хужалыҡ эштәре мөдире.
Килен булып төшкән еренә ерегеп, тормош иптәше Йәүҙәт Тәлғәт улы менән ата-әсә нигеҙен һыуытмай йәшәп ятыуҙары. Быйыл улар әсәлек капиталына 9х9 ҙурлығында өй күтәреп, башын ябып ҡуйғандар. Маҡсаттары - киләсәктә төкөтмә төкөтөү, иркен йортта балаларына айырым бүлмәләр бүлеү.
Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем 30 йәшлек ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Сәскә кеүек балаларына исемдәрҙең дә ниндәйҙәрен һайлаған улар. Өлкән ҡыҙҙары Зөбәржәт 5-се синыфта тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, баскетбол секцияһында, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Спорт менән дуҫ булған улдары Йәҙгәр 3-сө синыфта белем ала. Тик тормаҫ, бик сос һәм үткер егет Йәнгир мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Йыр-бейеүгә маһир 4 йәшлек Хазинаның исеме лә есеменә тура килеп тора, ә балалар баҡсаһына йөрөгән 2 йәшлек Назар тирәләй донъя үҙе әйләнгәндәй.
Эшһөйәрлек сифатын балаларға бәләкәйҙән һала башларға кәрәк, тип иҫәпләй ата-әсә. Шуға ла ишле ғаилә 3 һыйыр тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Был йәһәттән Зөбәржәт менән Йәҙгәр һәр яҡлап ярҙамлашалар.
- Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Иремдең терәген, ярҙамын тоймаһам, ишле балалар табырға баҙнат итмәҫ инем. Иң мөһиме - балаларым иҫән-һау булһындар. Туғандар күп булһа, йәшәүе күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Йортобоҙҙоң балалар тауышы менән тулы булыуы беҙҙең өсөн ҙур бәхет, - ти Алина Вил ҡыҙы. Ошо көндәрҙә бәхетле әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. - Әсәләр көнө – һөйөү һәм наҙ байрамы. Барлыҡ әсәйҙәрҙе күркәм байрам менән ҡотлайым. Ошо бөйөк исемде лайыҡлы күтәреүҙәрен, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүҙәрен, ғаиләләрҙең имен, илебеҙҙең тыныс булыуын теләйем, - ти Алина.



А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: