-Әлеге көндә 30 туроператор рәсми теркәлһә, 20-гә яҡын кеше үҙ белдеге менән генә төрлө хеҙмәт, күрһәтә. Әлбиттә, рәсми теркәлеүһеҙ эш алып барыу тыйыла, сөнки административ, һалым яуаплылыҡтары бар.
Йәйге миҙгелдә быйыл район 70 меңдән ашыу туристы ҡабул итте. Был Шүлгәнташ мәмерйәһенә, музейға, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына инеүселәрҙең һаны ғына. Унан тыш, Ағиҙел буйлап ағып төшөүселәрҙе, Мәсем тауына сәйәхәт итеүселәрҙе ҡушһаң, был һан күпкә юғары, әлбиттә.
-Юл буйы сервистары хаҡында ни әйтерһегеҙ?
-Туризмды үҫтереүҙә юл буйы сервистары мөһим урынды биләй. Сөнки алыҫ юлдан килеүселәргә туҡтап ял итеп, туҡланып алырға кәрәк. Юл буйы сервистарына Ҡағы – Иҫке Собханғол, Иҫке Собханғол – Мораҡ, Иҫке Собханғол – Темәс юлдарындағы заправкалар, туҡланыу пункттары, автосервис, магазин-кафелар, турбазалар инә. Был йүнәлештә эштәр яйлап бара. Әле Яуымбай ауылы эргәһендә Рөстәм Ғәйетбаев төҙөлөш эштәре башланы. Унда ярайһы ғына ҙур комплекс буласаҡ тип күҙаллайбыҙ.
-Был өлкәлә дәүләттән ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
-Туризм индустрияһын үҫтереү йәһәтенән Рәсәйҙә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты булдырылды. Уның маҡсаты - ил иҡтисадында туристик тармаҡтың ролен күтәреү. Республикала ла туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Туристик инфраструктураны, кемпинг, глэмпингтарҙы үҫтереү һәм башҡа программалар бар. Инвестиция сәғәттәре сиктәрендә туризм үҫешенә йүнәлтелгән проекттарҙы ҡарайбыҙ һәм ярҙам саралары тураһында ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ.
Беҙҙең эшҡыуарҙар ҙа был программаларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Урал Хәлиуллин Аҡбулатта сафари-тенттар ҡуйҙы, Наил Ғәлин Үрге Туғайҙа кемпингтар төҙөнө, Ирина Шәмиғолова Инсебикә ҡаяһы эргәһендә глэмпинг ҡуйҙы. Шулай уҡ туристик ҡоролмалар алыу өсөн дә программа бар. Бер нисә эшҡыуар уның менән файҙаланды. Әйткәндәй, быйылғы йылда ла ошо программала ҡатнашыу мөмкинлеге бар. 19 октябргә тиклем документтар ҡабул итәбеҙ.
-Һеҙҙеңсә туристарҙы ылыҡтырыу өсөн тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк?
-Әле беҙҙә Ағиҙелдән ағып төшөү бик популяр. Шулай ҙа йыл һайын бер үк маршруттан ағыу кешене ялҡыта тип уйлайым. Бынан тыш, атта йөрөтөү, йәйәү экскурсиялар ойоштороу, ҡышҡылыҡ иһә ҡаргиҙәрҙә, саңғыла йөрөү ойоштороу отошло булыр ине. Быйыл Фазыл Кинйәбаев менән Наил Ғәлин атта йөрөтә башланылар, күптәр ҡыҙыҡһынды. Туристарҙы нисек ылыҡтырыу эшҡыуарҙың үҙенән тора. Юғары сифатта хеҙмәтләндерһәләр, шул уҡ кешеләр киләһе йылда ла киләсәк. Иң мөһиме, тәбиғәтте бысратмаһындар, кешеләрҙең һаулығына зыян килмәһен.
Сүп-сар мәсьәләһе киҫкен тора. Быйыл Морат туғайынан сүп-сар алып сығыуҙы бер эшҡыуар ойоштора башланы. Ҡалған туроператорҙар ҙа был хәлгә етди ҡараһалар ине. Һәр ултырышта был турала һүҙ бара.
-Яҡын киләсәктә туризмды үҫтереү буйынса ниндәй пландар ҡаралған?
-Атап әйтерлек ҙур проекттар көтөлмәй, булған эштәрҙе дауам итергә кәрәк. Әле беҙҙең халыҡ һаман да өйрәнеп бөтмәй. Туризм – ысынлап та Бөрйәндең киләсәге. Был тармаҡтың үҫеше башҡа өлкәләрҙе лә үҙе артынан һөйрәй. Туристар күпләп килә икән, тимәк, турбазалар гөрләп эшләй. Эшҡыуарҙарға ауыл продукцияһын – һөт, май, ҡорот, ит, икмәк кеүек тәбиғи ризыҡтар һатып аҡса эшләргә була. Туристар шулай уҡ сувенирҙарҙы иҫтәлеккә күпләп алалар – был өлкәлә эшләүселәргә килем. Төрлө түләүле шоуҙар, мастер-кластар ойошторорға мөмкин. Мәҫәлән, уҡ атыу, ҡурай эшләү. Милли ризыҡтар тәҡдим итеү мөмкинлеге бар. Сөнки магазин ризығын улар ҡалала ла ашай. Уйлай китһәң, беҙҙең мөмкинлектәр бик күп. Тик ҡулланырға ғына ашыҡмайбыҙ. Туризмдың үҫешә генә башлаған ваҡытында уның эсендә тороп ҡалыу сараһын күрергә кәрәк. Беҙ эшләмәһәк, ситтән килеп эшләйәсәктәр.
Әйтергә кәрәк, туризм өлкәһенә ҡағылышлы законда үҙгәрештәр булды. Был өлкәлә эшләүселәр мотлаҡ махсус реестрға инергә тейеш. Ағиҙел буйлап ағыу ойоштороусыларҙың да инструкторҙарының реестрға ингән булыуы мотлаҡ. Кемдәрҙең теләктәре бар, уҡып алыу мөмкинлеге бар. Имтихан биреп, аттестация үткән инструкторҙар ғына был реестрға теркәлә.