Бөтә яңылыҡтар
Үҙидара
4 Май , 20:55

Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем

Бөгөн Ағиҙел ҡасабаһында ҙур өмә үтте. Ауыл уртаһында әүәле эшселәр өсөн төҙөлгән иҫке дөйөм ятаҡ былтыр уҡ һүтелә башлағайны. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында был эш тамамланмай ҡалғайны. Бөгөн ир—егеттәр берҙәм генә сығып, ҙур эш башҡарҙылар.

Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем
Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем

Әлбиттә, бындай эштә техникаһыҙ бер нисек тә булмай. “Алаҡуян” МУП-ы, юл төҙөү-ремонтлау участкаһы техникалары, шәхси эшҡыуар Марат Бакировтың КамАЗ-ы ярҙамында эш бермә-бер ыраны.

Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы  Р. Шахниязов, район Советы депутаты Марсель Ҡудашев, шулай уҡ уҡытыусы Айрат Сәлиховтар эште ойоштороуға ҙур өлөш индереп, өмәнең уртаһында  ҡайнанылар. Ғөмүмән, өмәгә сыҡҡан бар ир-егеттәр ҙә бик тырышты. Техника менән  ярҙам итеүселәргә лә ҡасаба халҡы бик рәхмәтле.

Объектта әлегә эш тулыһынса тамамланманы, ләкин төп эштәр башҡарылды.

Ойоштороусылар алдағы  көндәрҙә Ағиҙел мәктәбендә  оҙаҡ йылдар һәм уңышлы эшләгән Фәрит Хәкимйән улы иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәрергә лә ниәтләйҙәр.

Яҡшы ниәттә изге эштәр башҡарып йөрөгән Ағиҙел ҡасабаһы ир-егеттәренә һәм ойоштороусыларға афариндан башҡа һүҙ юҡ.

Берҙәмлектә – көс. Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙары ла һәр яҡтан әүҙем. Күптән түгел зыяратта, ауыл тирәһендә үткәрелгән өмәгә лә ҡасаба халҡы берҙәм генә сыҡты. Урындағы мәсетте төҙөүҙә лә ихласлыҡ күрһәтеп, уның сағыштырмаса тиҙ арала төҙөлөп бөтөүенә ҙур өлөш индерҙеләр.

 

Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем
Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем
Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем
Ағиҙел ҡасабаһы халҡы бик әүҙем
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: